Башҡортостан вәкилдәре "IВолга" йәштәр форумына юлланды

Сара бөгөн Һамар өлкәһендә асыла. Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән алдынғы ҡарашлы йәштәр йыйыла. Һамар өлкәһендә үткән мәртәбәле форумға Республиканан 110 йәш кеше саҡырыу алды. Улар бөгөн иртәнге етелә Өфөнән юлға сыҡты. 1 «олга» – идеялар  майҙаны, унда йәш ғалимдар, студенттар үҙ асыштарын ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге ала. Форумда бер нисә смена эшләй. Мәҫәлән, “Һин – эшҡыуар”, “Инновациялар һәм техник ижад”, “Мин – патриот” тигән йүнәлештәр бар. 10 көн дауамында йәштәр яңы идеялары һәм тәжрибәләре менән уртаҡлаша, ә иң яҡшы проекттар гранттар менән бүләкләнә. 1 Йәштәр  конкурсҡа төрлө йүнәлештәге проекттарын тәҡдим итә. Улар араһында инновация, ауыл хужалығы, туризм, социаль тармаҡ һәм башҡалары бар.2 Былтыр Башҡортостан командаһынан дүрт кеше форумдың грантына лайыҡ булғайны. Был делегаттарға үҙ проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн  900 мең һум күләмендәге грант тапшырылды. Быйыл республика буйынса 400-ҙән ашыу проект тәҡдим ителгән шуларҙан иң яҡшы тип табылған 110-ы форумда үҙ эштәрен яҡлаясаҡ.Бынан тыш республика ла мөһим тип тапҡан проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн аҡсабүләсәк ти ойоштороусылар.

Яндекс.Метрика