Башҡортостанда хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу талап ителә

Ошо турала Премьер-Министр Дмитирий Медведев белдерҙе. Сәнәғәттә яраланыуҙы кәметеүгә йүнәлтелгән программалар илдең 82  субьектында ҡабул ителгән. Әммә был проекттарҙы бойомға ашырмаған төбәктәр араһында Башҡортостан да бар. Республиканың хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр Башҡортостанда 48  кеше эш урынында һәләк булған. Яраланыусылар һаны 150-нән ашыу.

Яндекс.Метрика