Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр ассоциацияһын ойоштороу ҡарала

Әле республикала ШОС һәм БРИКС саммиттарына киләсәк ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу өсөн ныҡлы әҙерлек бара. Ҡымыҙ бешеүселәр милли эсемлек етештереүҙе арттыра. Яҡын арала Башҡортостанда тармаҡ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ҡымыҙ бешеүселәр ассоциацияһын ойоштороу ҙа ҡарала. Йылҡы заводының ҡымыҙ бешеү цехында  ремонт үткәрһәләр ҙә, милли алымдарға тоғро ҡалғандар. Эсемлек тәме, әҙерләү үҙенсәлектәре үҙгәрмәһен өсөн, боронғо ысул буйынса, ағас көбөлә бешелә. Быйыл ҡымыҙсылар һауынды 10 майҙа башлаған. Әлегә 100 бейәне көнөнә 3 тапҡыр һауһалар, бер-ике айҙан   80 башҡа арттырып алты һауымға күсеү мөмкинлеген күҙаллай завод хеҙмәткәрҙәре. Ҡолондарҙы өҫтәлмә туҡландыра башлау ҙа һауын бейәләренең һанын һәм етештереү кимәлен арттырыу өсөн уңышлы алымдарҙың береһе. Бер һауымдан 2-2,5 литр һөт алырға мөмкин. Әгәр ҙә бейә башына көнөнә 6-7 литр күләмендә һөт тура килеүен иҫәпкә алғанда ҡымыҙҙың ни өсөн ҡыйбат икәнлеген күҙ алдына килтетергә мөмкин. Был юҫыҡта хужалыҡ етәкселеге һыйыр, кәзә һөтө ҡушып эшләнелгән һәм кибеттәргә ҡымыҙ исеме аҫтында һатыуға сығарылған продукцияның барлығына көйөнә. Ундай эсемлектәрҙең хаҡы түбәнлеге һатып алыусыларҙың да алданыуына юл аса. йылҡы заводы директоры был хәлдән тик бер генә сығыу юлын күрә.Йылҡы заводында 500-ҙән ашыу рус юртаҡтары һәм башҡорт тоҡомло аттар аҫырала. Башҡорт аттарын хужалыҡта һөтлө, шулай уҡ сыҙамлы булыуы өсөн завод асылыу менән үрсетә башлайҙар. Тәбиғәт шарттарына яраҡлашҡан йылҡыларҙың ҡолондары ла ауырыуҙарға бирешмәй. Май-июнь айҙарында ҡымыҙҙың иң файҙалы осоро, шуға күрә милли эсемлек кибет кәштәләренән тиҙ арала һатып бөтөлә. Быға тиклем быяла шешәләрҙә сығарылған ҡымыҙҙы, хәҙер иһә заводта пластик шешәләргә лә ҡоялар. Бөтә республика хужалыҡтары менән бер рәттән Шос һәм БРИКС саммиттары ҡунаҡтары 119-сы Өфө йылҡы заводы ҡымыҙын тәмләй аласаҡ.

Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика