Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләүҙә ҡыйынлыҡтар ҡүҙәтелә

Был тәү сиратта техниканың таушалыуына һәм эштәрҙе дөрөҫ ойошторомауға бәйле.  Яҡынса бер сәғәт элек республика хөкүмәтендә яҙғы баҫыу эштәренә арналған видеоселектор кәңәшмәһе тамамланды.  Башҡортостан хужалыҡтары өсөн быйылғы кампания ауырға тура килде.  Тәү сиратта ул һауа торошона бәйле. Республика райондарында яуған ямғырҙар сәбәпле, сәсеү ике аҙнаға һуңғараҡ тамамланған. Эштәрҙең тотҡарланыуына тағы ла бер сәбәп бар. Ул иһә төбәктәрҙә һабантуйҙар байрамын ойоштороуға иғтибарҙың  күп бүленеүе. Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Илдар Тимерғәлин әйтеүенсә, бөгөн күп кенә төбәктәр дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙамды ла тейешенсә ҡуллана алмай. Бөгөнгә хужалыҡтар яҙғы баҫыу эштәрен тулыһынса тамамлаған. Төбәктәр хәҙер иген, техник культуралар майҙандарын химик утау менән мәшғүл. Дөйөм майҙандарҙың алтмыш проценты сүп-сарҙан таҙартылһа ла, хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Уларҙың иң беренсеһе әлбитә, техникаға бәйле. Райондарҙа сафтан сыҡҡан тырмалар, трактор–сәскестәр байтаҡ. Ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе Ирек сураҡов һүҙҙәренә ҡарағанда,  быйылғы кампания аграр секторҙағы көндәлек проблемаларҙы тулыһынса асыҡларға ярҙам иткән. Тик күп кенә ваҡытта мәсьәләләргә яуапты эҙләү урындағы хакимиәттәр ҡулынан килмәй.Бөгөнгө видеоселектор кәңәшмәһендә ҡаралған тағы ла бер мәсьәлә ул йәшел ураҡ барышы. Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләүгә күптән рәсми старт бирелһә лә, егерме ике район күп йылыҡ үләндәр сабыуға, сенаж һалыуға төшмәгән. Шул уҡ ваҡытта быйыл республика хужалыҡтары һәр шартлы баш малған кәм тигәндә лә утыҙар центнер аҙыҡ тупларға бурыслы. Кооперативтарҙан айырмалы, фермерҙар бесән-сенаж хәстәрләүҙе табыш сығанағы иткән. шәхси йәмғиәттәр әҙерләнгән мал ризығын шәхси ихаталарға һатыу баҙарын асҡан. Республиканың ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр йәмғиәте рәйесе Зифҡәт Сәйетғәлиев һүҙҙәренә ҡарағанда, фермерҙар быйыл 650 мең гектарҙа ашлыҡ сәскән. Ауыл хужалығына ярҙам теү өсөн быйыл республика ҡаҙнаһы республкиа кооперативтарына 2 миллиард 700 миллион һум аҡса бүлгән. тик уңыштар юҡ кимәлендә. Һөҙөмтәләр булмағас, райондар алынған субсидияларҙы кире ҡайтарырға тейеш буласаҡ. 

Яндекс.Метрика