Башҡортостанда ,,Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ,, программаһы тормошҡа ашырыла башланы

Өфөлә генә бер нисә урында проект буйынса йорттар төҙөлә. Әммә, социаль-иҡтисади проблемалар арҡаһында торлаҡ баҙарында тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килгән. Ошо мәсьәләләр баш ҡалала үткән „Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ„ форумында тикшерелде. Өфөлә йәшәүсе Таисия Вишева үҙенең айырым бүмәһе хаҡында хыяллана. Ул тәҙрә пәрҙәләренең һәм обойҙарҙың ниндәй төҫтә буласағын төшөрә. Ә апайы Яна үҙенең буласаҡ бүлмәһенә йорт йыһаздары ҡарап та ҡуйған. Вишевтар ғаиләһе 48 квадрат метр фатирҙа йәшәргә мәжбүр. Быйыл „Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ„ программаһы ҡабул ителеп, ғәмәлгә ашырыла башлағас, Екатерина һис тә уйлап тормай, унда ҡатнашырға булған. Әле йорт төҙөлөү өҫтөндә. Программа килеме аҙ булған ғаиләләр өсөн уңайлы, ти йәш әсә. „Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ„ программаһы буйынса Миловка ауылы янында ла йорттар сафҡа индереләсәк. Әле уларға нигеҙ һалына. Төҙөүселәр билдәләүенсә, фатирҙар 2017 йылдың 1 июленә файҙаланыуға тапшырылып бөтәсәк. Гео — Өфө районы. Был фатир мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Бүлмәләр яҡты һәм ҙур, ишектәр ҙә киң итеп эшләнгән. Торлаҡты „Рәсәй ғаиләһе„ программаһы буйынса һатып алырға мөмкин. Йорттар төҙөүсе компаниялар банкттар менән эшләй, йәғни, ипотекаға һатып алыу мөмкинлеге бар. Программа шарттарына ярашлы, фатирҙың квадрат метры 35 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Мәҫәлән, ике бүлмәле иркен торлаҡ сама менән 2 миллион тирәһе. Өфөлә „Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ„ программаһына арналған форум үтте. Төрлө министрлыҡ ағзалары, төбәк вәкилдәре ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә торлаҡ баҙарын йәнләндереү, проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Төҙөлөш компанияларына инфраструктура үткәреү, банкттарҙан кредит алыу мәсьәләһе ҡатмарлаша. Сөнки, йылдан йыл материалдар ҡиммәтләнә, ә донъяла иҡтисади көрсөк дауам иткәс, финанс учреждениелар кредит бирергә ҡурҡа. Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ программаһы ошо мәсьәләләрҙе лә хәл итәсәк, тип көтөлә. 



Яндекс.Метрика