Башҡортостанда тәүге миллион тонна уңыш урылды

Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 644 мең гектарҙа сабылған, 600 мең гектарҙа урылған. Был планға ҡарата 36 һәм 34 процент. Тәүге миллион тонна уңышына иң ҙур өлөштө Ауырғазы, Благовар, Дәүләкән, Илеш, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош хужалыҡтары индерҙе. Был төбәктәрҙә аграрийҙар 50-51 мең тонна уңыш йыйған.

Яндекс.Метрика