Башҡортостанда умыртҡа һөйәгенә уникаль операция эшләйҙәр

Яңыраҡ Салауат ҡалаһында Днепропетровск ҡалаһынан хроник сир менән яфаланған йәш ҡыҙға урындағы табиптар ярҙам күрһәтте. Рәсәй белгестәренең күбеһе был ҡатмарлы операцияға тотонорға йөръәт итмәгән. Сөнки, ул сирленең ғүмере өсөн үтә хәүефле, тип табыла. Салауат ҡалаһының Нейрохирургия һәм патология үҙәгенә Ирина Головятенконы ошондай хәлдә алып киләләр. Йәш ҡыҙ тыумыштан кифосколиоз менән сирләй. Ә ул бөтөнләй дауаланмай тиерлек. Әле Иринаға 24 йәш, ошо ғүмеренең күбеһен ул түшәктә үткәрә. Йылдан йыл сир ҡыҙҙың аяҡ-ҡулдарына һәм эске органдарына үҫешергә ҡамасаулай. Ошондай операцияларҙы илебеҙҙә Мәскәүҙә һәм Башҡортостанда ғына эшләйҙәр. Беренселәрҙән булып сирлеләргә ярҙам итергә Салауат ҡалаһынан Андрей Бакланов тотона. Ул бер нисә кешегә  тормош бүләк итә. Иринаның үпкәләре ҡыҫылған, шуға күрә уға тын алыуы ҡыйын. Ә ауырлығы ни бары 25 килограмм. Салауат ҡалаһында үткәрелгән операцияны илебеҙҙә генә түгел, хатта донъя дауаханалары табиптары башҡарырға ҡурҡа. Сөнки, медицина хеҙмәткәрҙәренә бер нисә сәғәт ваҡыт талап ителә. Әгәр, ҡыҫҡа арауыҡта эшләп өлгөрмәһәң, пациенттың ғүмере өҙөлөүе ихтимал.Хәҙер улар иң яҡын дуҫтар. Сөнки, Башҡортостан табибы уға яңы тормош бүләк итте. Ирина Головятенконың умыртҡа һөйәгенә ҡуйылған махсус пластиналар кәүҙәне төҙ тоторға ярҙам итә. Йәш ҡыҙға тороп ултырыр өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк буласаҡ. Операциянан һуң да ул тәрбиәгә мохтаж. Сөнки, киңәйгән үпкәләр иркен тын ала, ә был иһә быумаға килтереүе ихтимал. Операциянан һуң төҙәлеү еңел үтһен өсөн Салауат ҡалаһы белгестәре Иринаға бүләк тә эшләгән. Ирина Головятенко бәйләү, сигеү кеүек ҡул эштәре менән булышырға ярата. Киләсәктә ул университетҡа уҡырға инеп, юғары белем алырға хыяллана. Әммә, ярты йылдан тикшерелер өсөн уға йәнә Салауат ҡалаһына килергә тура киләсәк. Йәш ҡыҙ сәфәре барышында Башҡортостан тәбиғәтен дә күрергә теләй.

Андрей Баклановты Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең дауаханаларына йыш эшкә саҡыралар. Әммә, табип республиканы ташлап китергә йыйынмай. Уның әйтеүенсә, беҙҙең кешеләр ҙә юғары квалификациялы белгестәргә мотаж.

Яндекс.Метрика