Башҡортостандың мәғариф министрлығында үҙгәрештәр

Ведомство етәксеһе Әлфис Ғаязов, Икенсе эшкә күсерелеү сәбәпле, биләгән вазифаһынан Бушатылды. Ошо туралағы Указға, республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Бөгөндән мәғариф министры вазифаһын Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова үтәйәсәк. Яңы министрға 40 йәш. Ул 1975-се йылдың 19-сы июлендә Сибайҙа тыуған. Башҡорт Дәүләт Педагогия институтын тамалаған, һөнәре буйынса педагог-психолог. Хеҙмәт юлын Сибайҙағы балалар баҡсаһында Тәрбиәсе булып башлай. Һуңынан Өфөнөң Киров районындағы 144-се гимназияла, Башҡорт Дәүләт Университетының Сибай филиалында, БДПУ-ла эшләй.  



Яндекс.Метрика