Башҡортостанға эш сәфәре менән Франция делегацияһы килде

Улар бөгөн республика хөкүмәтендә осрашыуҙар уҙғарҙы. Әңгәмә барышында быға тиклем булған бәйләнештәрҙе юғлтмау кәрәклеге билдәләнде. Һуңынан ауыл хужалығы министрлығында иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында инвестициялар йәлеп итеү, берлектәге проекттар булдырыу мөмкинлеге ҡаралды. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин әле беҙҙең студия менән тура бәйләнештә. Ғәлимйән, икеи арала ниндәй өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү ҡарала . Францияның делегацияһының Башҡортостанға эш сәфәренең рәсми өлөшө республика хөкүмәтендәге осрашыуҙарҙан башланды.  Илсе Жан-Морис Рипер әфәнде етәкелегендәге төркөм  башҡарма власть органдары вәкилдәре менән ике яҡлы осрашыуҙар уҙғарҙы. Башҡоростанға сәфәрҙең төп маҡсаты нимәлә һуң. Рәсәй һәм Франция араһындағы сәйәси өлкәләрҙәге бер ни тиклем аңлашылмаусанлыҡ булһа ла, Париж беҙҙең ил менән хеҙмәттәшлекте юғалтмау яғында. Бөгөн башланған сәфәр барышында, мәҫәлән, тап аграр секторға бәйле мәсьәләлр һәм берлектәге проекттар  мөмкинлеге тикшерелә.  Франция киләсәктә Риҡтисади яҡтан үҫешкән илбулаасғына ышана. Ошо турала бил дәүләттең рәсми илсеһе белдерҙе. Париж вәкилдәре рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән сикләүҙәрҙе кәметеү, йәки уларҙың көсөн аҙайтыу яғында. Жан Морис Рипер Башҡортостан сәнәғәте һәм иҡтисадына инвестициялар бүлеү мөмкинлектәрен етди өйрәнеү ғында.Париж делегацияһы башҡортостан һәм Франция араһына уртаҡ һыҙаттарҙың күп булыуы тураһында әйтә. Мәҫәлән, беҙҙәге ҡошсолоҡ, йылҡысылыҡ, малсылыҡ тармағы был дәүләттең провинцияларында ла ныҡлы үҫеш алған. Француздар Башҡортостанда егерме дүртенсе июнгә, тимәк шаршамбыға тиклем булырға ниәтләй. рәсми делегация вәкилдәре республиканың ауыл хужалығы тармағы менән танышыу өсөн райондарға ла юлланасаҡ. Париж  бизнесмендарын көйөргәҙе, ауырғазы, Благовар һәм башҡа төбәктәрҙә көтәләр. 

Яндекс.Метрика