Баймаҡтан 13 йәшлек ҡыҙ ғаиләһенән айырылып әсәһе менән Өфөлә дауаханала йәшәргә мәжбүр.

Уның бөйөрҙәре эшләмәй. Сибайҙа гемодиализ үтеү мөмкинлеге булһа ла Өфө табиптары ҡыҙҙы  ҡайтарырға ашыҡмай. Бының үҙ сәбәптәре бар. Гемодиализды бер тапҡыр ғына ҡалдырыу үлем осрағы менән тамамланыуы ихтимал. Ауырыуҙарға ҙур арауыҡтар үтеп йәшәү өсөн көрәшергә тура килә. Был мәсьәлә күп тапҡырҙар киң мәғлүмәт сараларында күтәрелә килә. Миҫал өсөн 50 саҡырым юлды үтеү мөмкинлеге булмағанлыҡтан Шишмә районының Вишневка ауылынан  Өфөгә күсеп килеп, ҡуртымға бүлмә алып йәшәгән Антонина Владимирова тураһындағы яҙманы ла килтереү етә. Юл мәсьәләһе бигерәк тә диализ аппаратына бәйле ауырыуҙар өсөн сетерекле ҡала бирә. Әлиә Мөхәмәтшинаның тормошо әлеге ваҡытта икегә бүленгән: дауахана һәм тыуған йорто араһында.  Аҙна һайын ялға ҡайтып килеү өсөн ҡыҙға һәм әсәгә бер яҡҡа ғына 400 саҡырым юл үтергә тура килә. Юрий Кандалов Әлиәне шулай йыуата. Ул 13 йәшлек ҡыҙҙың хәлен үҙ иңдәрендә кисергән кеше, бөйөрөн күсереп ултыртыуҙарын ете йыл көткән һәм фәҡәт гемодиализ ярҙамында йәшәгәндәрҙең береһе. Әлиә әлегә ярты йыл ғына яһалма бөйөр аппараты ярҙамында ҡан таҙартыуға йөрөй. Ҡыҙҙың ике бөйөрөнөң дә эшләүҙән туҡтауы, ҡулдары һыҙлап, табипҡа мөрәжәғәт иткәндән һәм анализдар тапшырғандан һуң ғына асыҡлана. Уны ашығыс рәүештә Өфөгә оҙаталар. Сибай ҡалаһында ла  заманса йыһазландырылған диализ үҙәге бар. Тик ул өлкәндәр өсөн генә тәғәйенләнгән. Ундағы табиптар ҡыҙҙы ҡабул итергә әҙер булыуҙары, тик республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан йүнәлтмә кәрәклеге тураһында белдерә. Мөхәмәтшиндар башта рөхсәт һорап республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығына, аҙаҡ төбәк башлығына  хат яҙа, ләкин яуап бер. Ә Баймаҡта уларҙы  7 йәшлек тағы ла бер ҡыҙ бала һәм ғаилә башлығы көтә. Бер тапҡыр гемодиализ эшләү өсөн мотлаҡ медицина страховкалау фонды клиник дауаханаға 7 меңгә яҡын аҡса күсерә. Ә Әлиәгә был процедураны  аҙнаһына өс тапҡыр үтергә кәрәк. Килеп  тыуған хәл, ысынында иһә, тотошлай республика кимәлендә күтәрелә торған мәсьәләнең барлығын асыҡланы – был белгестәрҙең етешмәүе. Үҫмер ҡыҙҙы яңы йылдан башлап  Сибай диализ үҙәгенә күсерер өсөн медицина учреждениеһының белгестәре мотлаҡ курстар үтергә тейеш. Сибай диализ үҙәге етәкселеге үҙ сиратында белгестәрен уҡытыуға йүнәлтергә бөгөндән әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.  Әлиәне дауалаусы табиптар ҙа ыңғай ҡарашта һәм ни өсөн ҡыҙ дауаханаға килеп эләккәс тә, Сибайға күсереүҙе хәл итмәүҙәрен уның ауыр хәлдә булыуы менән аңлата. Әлиә Мөхәмәтшина өсөн дауахана палатаһы тағы ла ике ай ярым тыуған йортон алмаштырасаҡ. Атаһы, әсәһе, һәм һеңлеһе менән ул Яңы йылды өйөндә ҡаршылар тигән өмөт ҙур. Табиптар үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, йәшәү менән үлем араһында булған ҡыҙҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. Хәҙер  Әлиәгә бөйөр күсереп ултыртыу тураһында һүҙ алып барыла. Ҡәтғи ваҡыт билдәләү мөмкин түгел, сөнки уға антигендары тап килгән донор бөйөрөн көтөргә тура киләсәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика