БДМУ клиникаһында йөрәк ҡапҡаһын алмаштырыу буйынса тәүге операция яһалды

 Шуға ла Рәсәй клиникаларынан һәм сит илдән килгән хирургтар Башҡортостан табиптарына ярҙамға килде. Һуңғы биш йылда Рәсәйҙә заманса технологияларға таянып йөрәк ҡапҡаһы трансплантантын  ҡан тамыры аша үткәреп 480 операция яһалған. Ә БДМУ клиникаһы  тарихында ул беренсе тапҡыр. Трансплантант тулыһынса тиерлек ҡулдан эшләнгән. Тимер каркасҡа клапан 1500-ҙән ашыу йөй менән тегелгән. Табиптар уны 6 мм тиклем кесерәйтеп катеторға урынлаштыра  һәм янбаш тәнгәленән венаға индереп йөрәккә ултырта. Тән йылыһына ул яҙылып, үҙенең урынын аласаҡ. Клиника  хирургтарына был башланғыста  Рәсәй табиптары һәм Чехиянан килгән Марьян Бранный  ярҙам итә. Бәләкәй генә клапанды алмаштырыу  өсөн хирургтарға быға тиклем  күкрәк ситлеген асырға тура килһә, хәҙер операциянан һуң ауырыуҙың янбашында ике-өс см оҙонлоғондағы яра эҙе генә  ҡаласаҡ. 4 сәғәтлек операция хәҙер сәғәт ярымда, ике сәғәттә яһала. Быйыл Рәсәйҙә 60-ҡа яҡын ошондай операция үткәрелгән. Операция барышында ауырыу дөйөм наркоз аҫтында булһа, тиҙҙән котетор индереләсәк урынды ғына анестезиялау ҡарала. Тимәк, реабилитация ваҡыты ла ҡыҫҡарасаҡ. 



Яндекс.Метрика