Бензинға хаҡ артты

Бөгөндән «Башнефть» компанияһының яғыулыҡ-ҡойоу станцияларында бөтә төр маркалы бензинға хаҡ 30 тингә артты.  80-се маркалы бензиндың бер литры 31 һум 70 тингә, 92-сеһе — теүәл 1 һумға ҡиммәтерәк, АТУМ-92 — 33 һум 20 тин, 95-се бензин — 36 һум 20 тин һәм Супер-98 38 һум 70 тингә һатыла.   Быйыл «Башнефть» компанияһының яғыулыҡ-ҡойоу станцияларында бензинға хаҡ 3 ярым процентҡа күтәрелде. Шулай ҙа Волга буйы федераль округы төбәктәре менән сағыштырғанда, Башҡортостанда яғыулыҡҡа хаҡтар арзаныраҡ.  

Яндекс.Метрика