Бер-нисә көндән Борайҙа яңы биҫтәне район үҙәге менән тоташтырыусы күпер сафҡа инәсәк

Быға тиклем һаҙлыҡ аша һалынғанынан йөрөү балаларға ғына түгел, ололар өсөн дә хәүеф тыуҙырған. Шуға ла урындағы халыҡ күперҙе үҙ көстәре менән төҙөкләндерергә ҡарар иткән. Был эшкә йүнселдәр ҙә ҡушылған. Күмәк ҡулға эш түҙмәй, тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ. Элек-электән бар эште бергә башҡарырға өйрәнгән олатайҙар бөгөн дә ситтән кәңәш биреп ултырғансы эштең уртаһында ҡайнау яҡшы, тип ҡулдарына көрәк алған.30 йыл элек төҙөлгән күперҙең таҡталары серегән, тимер бағаналар ҙа  һаҙмат урында йығыла башлаған. Бер-нисә тапҡыр яңыртыу эштәре башҡарылһа ла, күпер аша үтеү мәктәп балаларына ғына түгел олкәндәр өсөн дә ҙур һынау.   Яңы биҫтәлә йәшәүселәргә мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына барыу өсөн ике юл бар. Беренсеһе, машиналар йөрөгән оло юл аша сығыу, икенсеһе, ҡурҡыуыңды еңеп авария хәлендәге күперҙән үтеү. Борай ауылының Киров урамында йәшәүселәр күперҙе үҙ көстәре менән төҙөкләндерергә ҡарар иткән. Йәш гвардия ойошмаһының төбәк бүлексәһен дә ярҙамға саҡырған.Изге башланғысҡа эшҡыуарҙар ҙа ҡушылғас эш яйға һалынған. Үҙ исемен әлегә сер итеп ҡалдырыуҙы һораған эшҡыуар райондаштарына күпер һалыуға 2 миллион һум аҡса бүлгән. Ошо көндәрҙә башҡаланан ауыр техника: ике экскаватор, үҙбушатҡыс Камаз машиналары ҡайтарылған. Хәҙер уйһыулыҡта эш ҡайнай. Оҫта барҙа ҡулыңды тый тигәндәй, ауыл халҡына хәҙер эш барышын ситтән генә күҙәтергә ҡала.Яңы биҫтәләрҙе Борай ауылы үҙәге менән тоташтырыусы күпер бер-нисә көндән әҙер буласаҡ. Шулай уҡ күпергә илткән юлдарға таш һалыу һәм һаҙлыҡ урындарҙы ипкә килтереү күҙаллана. Ә күперҙе буяу эшен ауыл йәштәре үҙ өҫтөнә алған. 

Яндекс.Метрика