Благовар районындағы фажиғәле хәл республика халҡын тетрәндерҙе

Бында күп балалы ғаилә йорт-ҡаралтыһыҙ ҡалды. Был ҡаза хаҡында иламай һөйләрлек түгел. Ут менән һыуҙан ҡалмай, тигән халыҡ һүҙе бар.  Янғын бар мөлкәтте юҡ иткән.Янғын көндөҙ сыға. Благовар районы Таллыкүл ауылында йәшәүсе Рәмзә менән Евгений балаларына күҙ-ҡолаҡ булырға оләсәй менән өлкән ҡыҙҙарын ҡалдырып ҡырға еләккә киткәс. Айгөл ялҡын эсенән иң бәләкәстәрҙе ике йәшлек Әмир менән бер йәшлек Әминәне ҡотҡара. Ҡыйыулыҡ менән етеҙлекте ҡайҙан алғанын хәтерләмәй.Айгөлдө хәҙер ауылдаштары бәләкәй батыр, тип йөрөтә. Ата-әсә ҡыҙы менән ғорурлана, тик тәүәккәлегенә аптырамай, ул һеңле-ҡустыларын гел хәстәрләй торған. Янғын сыҡҡас та юғалып ҡалмаған. Йортһоҙ ҡалған ғаиләне күршеһе үҙ өйөнә алған. Бәләкәй генә йортта әле 8 кеше йәшәй. Һалҡындар башланғансы түҙерлек тә, өйҙөң мейесе юҡ. Урындағы власть вәкилдәре: “ҡаза күреүселәргә матди ярҙам күрһәтеү өсөн бюджетта аҡса юҡ. Бары ғаиләгә ваҡытлыса йәшәп тороу урыны булараҡ күрше ауылдағы мәктәп бинаһын бирергә мөмкин”, тип белдерә.Күп балалы ғаилә ауыл советы шарттары менән килешеп үҙҙәрен туҡландырыусы мал, хужалыҡты ташлап китергә йөрьәт итмәй. Биш бала тәрбиәләүсе ғаиләгә тейеш сертификатты көтәләр, тик бөгөн килеп тыуған киҫкен хәлдә бер йыл бик оҙаҡ ваҡыт. Күп балалы ата-әсә көл-күмер урынында яңы йорт һалырға йыйынмай. Ҡул ҡаушырып та ултырмаясаҡтар, әлбиттә. Вайымлы кешеләр ярҙамы ла һөйөндөрә уларҙы, республиканың төрлө яҡтарынан балалар өсөн кейем һәм аҙыҡ-түлек ебәрәләр. Ғаилә чиновниктар ярҙамына ла иҫәп тота, бәлки яңы торлаҡ өсөн сертификат тапшырыуҙы тиҙләтерҙәр, Айгөлдөң батырлығын да онотмаҫтар, тигән өмөттә ҡала. Н.Кинйәбаева, Э.Ямшанова, Ю.Ефремов, ХБ   

Яндекс.Метрика