Благовещен судно төҙөү һәм ремонтлау заводында яңы баржаны һыуға төшөрөү тантанаһы үтте

Бындай төрҙәге суднолар нефть продукттарын ташыу өсөн ҡулланыла. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Благовещен оҫталары яңы быуын баржаларын төҙөп өлгөргөн. Аполлинария исемле баржаның һыуға төшөрөлөүе ысынлап та тарихи ваҡиға. Бындай күп тонналыҡ кораблдәр Рәсәйҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. 5 мең тонна йөк һыйҙырышлы баржаны төҙөүҙә заводтың 100-ләгән эшсеһе ҡатнашҡан. Баржа Рәсәй һәм донъя стандарттарына тулыһынса тап килә. Төп иғтибар уның экологик яҡтан хәүефһеҙ булыуына йүнәлтелгән. Танкерҙың борттары һәм төбө ике ҡатлы, янғын һүндереү системаһы ла автоматлаштырылған. Йөк менән тулы осраҡта ла ул 3 метрлыҡ тулҡындарға бирешмәйәсәк. Быға тиклем заводтың хәле насар, судно эшләү урындары буш торһа, бындай күп тонналыҡ баржалар төҙөү Башҡортостан судно төҙөүселәрен алдағы бер нисә йылға эш менән тәъмин итте.Киләсәктә ошондай тағы 10 судно төҙөү планлаштырыла.  Быға тиклем Башҡортостанда тик йылға флотына ярашлы баржалар, буксирҙар төҙөлһә, хәҙер Благовещен судно төҙөүселәре уларҙың диңгеҙгә яраҡлыларын да сафҡа индерә башланы. 5 мең тонна йөк һыйҙырышлы танкер бөгөндән диңгеҙгә юллана ла. Ҙур кораблгә ҙур һыуҙар кәрәк. Киләсәктә уның юлы Волга, Дон йылғалары, Фин ҡултығы аша, диңгеҙгә төшәсәк. Әлегә киләһе яҙға тиклем инженерҙар уны кәрәкле техник ҡорамалдар менән йыһазландырыу менән шөғөлләнәсәк. 



Яндекс.Метрика