Бөгөн Башҡортостан биләмәһендә туристар тейәгән автобус ауған

Анапа – Магнитогорск йүнәлеше буйынса хәрәкәт итеүсе транспорт билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында юлдан төшөп китеп ауа. Ваҡиға Өфө-Инйәр-Белорет трассаһының 56-сы саҡырымында була. Әле урында оператив төркөм эшләй. Авария ваҡытында автобуста 40 турист һәм 2 водитель була, 27 кеше медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Бәхеткә ауыр йәрәхәт алыусылар һәм һәләк булыусылар юҡ. 

Яндекс.Метрика