Прямой эфир:
Смотреть Башкортостан 24 Смотреть Россия 24 Слушать и смотреть Радио Маяк Слушать и смотреть Радио России Башкортостан Слушать Радио Вести FM Слушать и смотреть Радио Ватан

Бөгөн бөтә донъя мосолмандары Ураҙа-байрамын билдәләй

Был көн менән изге Рамаҙан айы тамамлана. Ураҙа байрамы – ул быуаттар буйы кешеләрҙең рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлек һәм изгелеккә ынтылышын сағылдыра. Ураҙа ғәйете – мосолмандарҙың мөһим һәм яратҡан байрамдарының береһе, изгелек, игелек билдәһе, миһырбанлыҡ һәм мәрхәмәтлеккә өндәүсе көн. 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Ҡаланың бер осонан икенсеһенә - медицина тикшеренеүе артынан | ГТРК «Башкортостан»

Ҡаланың бер осонан икенсеһенә - медицина тикшеренеүе артынан

Өфөнөң үҙәгендә йәшәгән әсәләргә табиптарға күренеү өсөн бәләкәй сабыйҙары менән алыҫ араға йөрөгә тура килә. Ә яңы төҙөлгән микрорайондарҙа поликлиникалар бөтөнләй юҡ. Бер йәше тулған һәр балаға мотлаҡ медицина тикшереүнеүе үтергә кәрәк. Шуға йәш әсә Зилә Авзалова йәшәгән урыны буйынса Өфөнөң 6...

4 часа 21 минута назад
Смотреть видео Салауат ҡалаһында инвалидтар юлһыҙ интегә | ГТРК «Башкортостан»

Салауат ҡалаһында инвалидтар юлһыҙ интегә

Салауат ҡалаһының Спутник биҫтәһендә йәшәүсе халыҡ дүрт йыл юл мәсьәләһен хәл итә алмай. Асыҡланыуынса, яңы урамда күп балалы һәм инвалид тәрбиәләнгән ғаиләләргә ер бүленеп бирелә, ә юл һалыу күҙ уңында тотолмай. Инвалидтарҙың күбеһе коляскала булыу сәбәпле, урамда йөрөй ҙә алмай. Ә ҡала хакимиәте...

4 часа 26 минут назад
Смотреть видео Уңайлы мөхит | ГТРК «Башкортостан»

Уңайлы мөхит

Ҡала халҡы өсөн уңайлы мөхит булдырыу бик мөһим һәм уға етди иғтибар биреләсәк. Был турала Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының эше халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу  йәһәтенән дә баһаланасаҡ. Төбәк...

4 часа 30 минут назад
Смотреть видео Өфө ШОС һәи БРИКС илдәренең кесе эшҡыуарлыҡ форумы | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ШОС һәи БРИКС илдәренең кесе эшҡыуарлыҡ форумы

Башҡортостанда ШОС һәм БРИКС дәүләттәренән иҡтисади мөмкинлектәре барлана. Өфөлә ошо илдәрҙәге эшҡыуарҙар форум асылды. Донъя кимәлендәге әһәмиәтле сара тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин һөйләргә әҙер. Ул беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға. Ғәлимйән, Хәйерле көн, Өфөлгә форумдың тәүге...

4 часа 33 минуты назад
Смотреть видео Уҡытыусыны ҡарауға алған | ГТРК «Башкортостан»

Уҡытыусыны ҡарауға алған

Өфө районында йәшәүсе Гладковтар ғаиләһе оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы опекунға алыу законына таянып яңғыҙ ҡалған элекке уҡытыусыһын опекунға алған. Оло кешеләргә ярҙам итеү маҡсаты менән эшләнелгән проект ярҙамында республикала 92 ғаилә барлыҡҡа килгән. Евгения Гладкова һәм уның элекке...

17 октября 2018
Смотреть видео Өсөнсө хеҙмәт семестры ябыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өсөнсө хеҙмәт семестры ябыҡ

Башҡортостандың студент отрядтары өсөнсө хеҙмәт семестрын ябырға әҙерләнә.  25 октябрҙә Өфөлә уларҙың слеты уҙа. Быйыл  унда Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Туймазынан, Бөрөнән, Мәсәғүттән, Күмертауҙан 500-ҙән ашыу кеше килеүе көтөлә. Сара сиктәрендә Өфө һәм республика райондары юғары уҡыу...

17 октября 2018
Смотреть видео Бәләбәй районында Анатолий Романовтың 70 йәшлек юбилейы билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Бәләбәй районында Анатолий Романовтың 70 йәшлек юбилейы билдәләнде

Ваҡытында генерал-полковник Чечняла Берләштерелгән федераль ғәскәрҙәр төркөмөнә етәкселек итә. 95-сы йылда Грозныйҙа уға һөжүм ойошторола, террорсылар машинаһын шартлата. Бәхеткә күрә, данлыҡлы генерал иҫән ҡала. Әммә, дауаланыу сәбәпле ул тантанаға ҡайта алманы.  Был видеокадрҙарҙа...

17 октября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Баварияла һайлауҙа Ангела Меркель блогына ингән христиан-социаль берлек 1950 йылдан иң насар һөҙөмтә күрһәтте. Фирҡә беренсе урында ҡалһа ла, төбәк парламентында күпселекте юғалтты һәм министрҙар кабинеты ағзаларын үҙаллы билдәләй алмаясаҡ. Христин-социаль союз килеп тыуған хәлдән сығыу өсөн “...

17 октября 2018
Смотреть видео Ни өсөн Өфөлә поликлиникалар етмәй? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн Өфөлә поликлиникалар етмәй?

Өфө ҡала хакимиәте торлаҡ йорттар төҙөүселәрҙе мәктәп, балалар баҡсалары һәм поликлиникалар төҙөүгә йәлеп итеүе ихтимал. Хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Хөсәйенов төҙөүселәр ғәмәлдәге инвестиция килешеүҙәре сиктәрендә был бурысты үҙҙәренә алыуы мөмкин, тип белдерҙе. ...

17 октября 2018
Смотреть видео Табиптан тикшерел | ГТРК «Башкортостан»

Табиптан тикшерел

Республиканың медицина-генетика үҙәгендә айырым йүнәлеш буйынса эшләүсе табиптар  пациенттарҙы ҡабул итә башланы. 35 йәшен саҡ тултырған, ике бала әсәһе  Альмира Ғәрифуллина ярты йыл элек инсульт кисерә. Нәҫелдә бындай сиргә дусар булыусылар юҡ, ти ул. Шуға ла табиптар ҡатынды медицина-...

17 октября 2018
Смотреть видео 14 йәшлек бала һәләк булды | ГТРК «Башкортостан»

14 йәшлек бала һәләк булды

Ғафури районында үҙәк район дауаханаһында 14 йәшлек бала һәләк булды. Тәфтиш комитеты тикшереү башланы. Үлем сәбәптәрен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы үткәрелә. Дауахананан медицина документтары тартып алынған. Быға тиклем Асҡын районында 2 йәшлек сабыйҙың үлемендә ғәйепле.

17 октября 2018
Смотреть видео Пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип ҡасан булыр? | ГТРК «Башкортостан»

Пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип ҡасан булыр?

Өфөлә  пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләүгә һанаулы ғына көндәр ҡала. Ул арала башҡалала тап пассажир автобустары ҡатнашлығында авариялар теркәлә. Юл-транспорт фажиғәләрендә кешеләр йәрәхәттәр алыуға ҡарамаҫтан, автобус водителдәре аҡса артынан ҡыуып...

17 октября 2018
Смотреть видео «Комендант сәғәте» ҡышҡы ваҡытҡа күсте | ГТРК «Башкортостан»

«Комендант сәғәте» ҡышҡы ваҡытҡа күсте

Башҡортостанда бәлиғ булмағандар өсөн «комендант сәғәте» ҡышҡы ваҡытҡа күсте. 30 апрелгә тиклем 17 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр ата-әсәһенән йәки опекунынан башҡа төнгө сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем йәмәғәт урындарында йөрөмәҫкә тейеш. Кире осраҡта ата-әсәләргә 100-500 һум  штраф ҡаралған.

16 октября 2018
Смотреть видео Йәштәрҙе ағыулаған өсөн ниндәй яза ҡаралған? | ГТРК «Башкортостан»

Йәштәрҙе ағыулаған өсөн ниндәй яза ҡаралған?

Өфө мәктәптәре янында урынлашҡан киберттәрҙең береһендә тәмәке һаталар. 15-се Федераль закондың 19 статьяһына ярашлы, белем биреү учреждениелары эргәһендә тәмәке һатыу ҡәтғи тыйыла. Тик был магазин хужалары ҡанунға ҡул һелтәп ҡарай. Өфөнөң Зәйнулла Рәсүлев урамындағы был магазин мәктәптән яҡынса 60...

16 октября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда ҡалалар бюджеты, дөйөм алғанда, 2 миллиард һумға артасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡалалар бюджеты, дөйөм алғанда, 2 миллиард һумға артасаҡ

Был ябайлаштырылған һалым системаһы буйынса йыйылған килемдең яртыһы. Парламент депутаттары ҡалаларҙың һауыҡтырыу бюджетын һауыҡтырыу буйынса закон проектын ҡараясаҡ. Быға тиклем улар ошо төр һалымдың 10 процентын үҙҙәрендә ҡалдырһа, 2019 йылдан ул 50 процентҡа етә.

16 октября 2018
Смотреть видео Сараһыҙҙан ғауғасы данына дусар пациенттар | ГТРК «Башкортостан»

Сараһыҙҙан ғауғасы данына дусар пациенттар

Министрлыҡтың яңы етәксеһе алдында етди бурыс тора. Был өлкәләге ҡатмарлы хәлде яйға һалыу. Мотлаҡ препаратһыҙ йәшәй алмаған сирлеләргә табиптарҙан айҙар буйына дарыу юҡ, көтөгөҙ тигән яуап алырға тура килә. Берәүҙәр иҫкергән дарыу эсергә, икенселәр кәрәк препаратты сит төбәктәрҙән һатып алырға,...

16 октября 2018
Смотреть видео Һаулыҡ һаҡлау министрлығында яңы етәксе | ГТРК «Башкортостан»

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында яңы етәксе

Ә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы итеп Рафаэль Яппаров тәғәйенеләнде. Радий Фәрит улы Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Рафаэль Яппаров 1975 йылда тыуған. Башҡорт дәүләт медицина институтын, дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнсе һаулыҡ...

16 октября 2018
Смотреть видео Ни өсөн кешеләр медицина хеҙмәтләндереүенән ҡәнәғәт түгел? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн кешеләр медицина хеҙмәтләндереүенән ҡәнәғәт түгел?

Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау министрлығы эшмәкәрлеген ҡаты тәнҡитләне./ Радий Фәрит улы билдәләүенсә, һаулыҡ һаҡлау системаһына зарланып бик күп хаттар килә.  Республика клиник дауаханаһына кешеләр ауылдарҙан килеп оҙон сираттарҙа торорға мәжбүр....

16 октября 2018
Тәртипкә килтереүгә өс көн ваҡыт бирелә | ГТРК «Башкортостан»

Тәртипкә килтереүгә өс көн ваҡыт бирелә

Өфөнөң пассажир транспорты эшен тәртипкә килтереү проекты октябрҙең ун туғыҙында уҡ әҙер булырға тейеш. Республика етәкселеге баш ҡала хакимиәте алдында тап ошондай талап ҡуйғайны. Күрелгән саралар легаль эшләмәгән компанияларҙы йәмәғәт транспорты баҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарасаҡ.

16 октября 2018
Республикала эшһеҙҙәр һаны кәмей | ГТРК «Башкортостан»

Республикала эшһеҙҙәр һаны кәмей

Башҡортостандың халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә бөгөнгә 17 мең 600-ләп кеше теркәлгән. Был күрһәткес йыл башы менән сағыштырғанда 3 меңгә аҙыраҡ, тип хәбәр итәләр ойошманан. Республикала 45 мең вакансия иҫәпләнә. Хеҙмәт баҙарында башлыса ябай эшселәр: водитель, ташсы, һатыусы, һаҡсы, ашнаҡсылар кәрәк....

16 октября 2018
Башҡортостанда “Еҙем” тәбиғәт паркы булдырыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Еҙем” тәбиғәт паркы булдырыла

Ул Экология һәм тәбиғәт ресурстары программаһына ярашлы, киләһе йылдың 1-се ғинуарынан рәсми эшләй башлай. Проект сиктәрендә сәфәр йорто, хакимиәт бинаһы, шлагбаум, юлдар, мәғлүмәт стендтары, туҡталҡалар төҙөлә. Был тәбиғәт ҡомартҡыһының әһәмиәте ҙур. Уның биләмәһендә иң бейек Мәмбәт һәм Ҡуҙғанаҡ...

16 октября 2018
"Оҙон көй" конкурсына ғаризалар ҡабул ителә  | ГТРК «Башкортостан»

"Оҙон көй" конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Оҙон көй" конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Быйыл ул 9-11-се ноябрҙә Туймазы ҡалаһында уҙғарыла. Унда ҡатнашыусылар ике йәш категорияһына бүленеп ярышасаҡ. Уларҙы Башҡортостандың билдәле сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре баһалай. Иң оҫта башҡарыусыға Гран-При...

16 октября 2018
Смотреть видео Ҙур хыял | ГТРК «Башкортостан»

Ҙур хыял

Өфөнән беренсе класс уҡыусыһы, йәш спортсы ил президенты Владимир Путинға үҙенең хыялы тураһында һөйләне. Үҙе бәләкәй генә булһа ла, киләсәккә ҙур хыялдар менән янып йәшәгән Дарья Крутькоға ошо көндәрҙә иң ҙур хыялдарының береһен тормошҡа ашырырға яҙҙы, ул – ил президенты менән осрашты. Бар нәмә лә...

15 октября 2018
Смотреть видео Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә

2019-сы йылдың 1-се ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә. Уға ярашлы, сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә. Мәҫәлән, быйыл Башҡортостан 5 зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайлап алынды. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, уларҙы сорттарға айырыу...

15 октября 2018
Смотреть видео Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандар | ГТРК «Башкортостан»

Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандар

Өфөнөң Менделеев урамында йәшәүселәр тәүлек әйләнәһенә фатирҙарына тәҙрәнән төшкән сағыу уттан яфалана. Бөтә бәлә - видеоэкранда. Ул үтә яҡты, кадрҙары йыш алышына, ти урындағы халыҡ. Улар ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәләр ҙә – һөҙөмтәһеҙ. Йәшен ише ялт та йолт килгән уттан бөтә фатир яҡтырып китә....

15 октября 2018
Смотреть видео Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүәселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүәселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

Бөгөн киске сәғәт биштә Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүәселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү тамамлана.  Өфө мэры мотлаҡ Рәсәй гражданины булырға, Рәсәй һәм Башҡортостан Конституцияларын, ил президенты һәм хөкүмәт ҡарарҙарын белергә тейеш. Хакимиәт башлығына дәғүәсенең 25 йәштән йәш, 65-...

15 октября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиәнең Измир виләйәтендә кешеләр тейәгән йөк машинаһы тәүҙә  түңкәрелгән һуңынан йылғаға ҡолаған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 22 кеше һәләк булған,13 кеше йәрәхәтләнгән. Фажиғә урынына полиция һәм тиҙ ярҙам машиналары килеп еткән. Йөк машинаһының ҡасаҡтарҙы ташыуы тураһында билдәле....

15 октября 2018
Смотреть видео Асыҡлыҡ, законлыҡ һәм һөҙөмтәлелек | ГТРК «Башкортостан»

Асыҡлыҡ, законлыҡ һәм һөҙөмтәлелек

Барлыҡ көстәрҙе бергә туплағанда ғына республиканың артабанғы үҫешен тәьмин итергә мөмкин. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров асыҡлыҡ, законлыҡ һәм һөҙөмтәлелек нигеҙендә республикала йәшәгән 4 миллион кеше мәнфәғәтендә эшләргә саҡыра. Йома көнө генә Красногорск...

15 октября 2018
Смотреть видео Республиканың таулы райондарында ҡар яуған | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың таулы райондарында ҡар яуған

Шул сәбәпле күп кенә авариялар теркәлде. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, Белорет юлына ҡар ятҡан. Водителдәр йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алмаштырып өлгөрмәгән. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы оҙоҙ юлға сығыр алдынан именлек ҡағиҙәләрен алдан хәстәрләргә саҡыра.

15 октября 2018
Смотреть видео Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек нисек? | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек нисек?

Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлекте тәү сиратта хәл ителә торған мәсьәлә тип белдергәйне. Был йәһәттән Хөкүмәт ағзалары, район һәм ҡалаларҙың хакимиәт башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмә лә үтте. Өфө районының Дмитриевка ҡасабаһындағы күп фатирлы...

15 октября 2018
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика