Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте билеты на матч ФК «Уфа» vs ФК «ЦСКА»! - 209857540 | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Хәтер һәм ҡайғы көнө

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға теүәл 74 йыл. 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алдылар. Бөгөн иртәнге сәғәт дүрттә Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәле янында тиҫтәләгән шәм яндырылды. Ветерандар йәштәргә ябай совет һалдаттарының ҡаһарманлығы, һуғыштың нисек башланып китеүе тураһында һөйләне. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәйкәлгә сәскәләр һалғандан һуң илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғо өсөн  һәләк булыусыларға рәхмәтен белдерҙе.

Яндекс.Метрика