Бөгөн Өфөлә яңы троллейбус туйлау тантанаһы үтте

Пассажирҙар өсөн уңайлы шарттар, заманса йыһаздар һәм, әлбиттә, хәүефһеҙлек саралары. Ҡала транспорты сифатына талаптар юғары. Бөгөн Өфөлә яңы троллейбус туйлау тантанаһы үтте. 35 йыл элек троллейбус руле артына ултырған Рәмил Әхтәмовтың һынаусы-водитель һөнәрен үҙләштереү уйы башына ла килмәй. Эше оҡшай, пассажирҙарға шат, уңайлыҡтар иһә юл йөрөүселәр генә түгел, транспорт йөрөтөүселәр өсөн дә камиллаша бара. Яңы троллейбустың бар үҙенсәлеге – электр транспорты идаралығы белгестәре тырышлығы менән ҡайтанан тергеҙелеүендә. Өр яңы машинаның береһе генә бөгөн 9 миллион һум тора, ә Өфөлә әлеге көндә 70-кә яҡын төҙөк троллейбус кәрәк. Һаҡсыллыҡ шарттарында транспортты үҙ көс менән яңыртыу осһоҙға төшә.Һынау булараҡ яңыртыуға тотонған белгестәр отолманы, иҫке кузовтың бар йыһаздарын алмаштырып яңы машинаны маршрутҡа ҡуйыу сығымдарын икеләтә кәметте, ти транспорт идаралығы етәксеһе Асҡар Фазлыев.  Беренсе троллейбус иртәгә үк пассажирҙар хеҙмәтләндерә башлай. Йәнә икәүһен яңыртыу эштәре тамамланыу алдында.Юлға ҡулаҡсаһыҙ түләү кеүек уңайлыҡҡа пассажирҙар күнегеп тә алған. Хәҙер иһә троллейбусҡа инеү менән кондукторҙы көтмәй махсус терминалдан үҙең билет алырға мөмкин. Башҡаланың электр транспорты идаралығы юл йөрөүселәрҙең хәүефһеҙлеген һаҡлау ғына түгел, заманса теләктәрен дә үтәргә тырыша. Троллейбус эсендәге хәл видеояҙмаға теркәлеп бара, донъя мәғлүмәт селтәренә бәйләнеш сифатын салондағы W-F тәьмин итә. Экологик яҡтан иң таҙаһы – электр транспорты. Уның бер кәмселеге – электр сымдарынан башҡа хәрәкәт итә алмай. Белгестәр иһә оҙаҡламай был мәсьәләне лә хәл итергә ниәтләй. Илдә үҙйөрөшлө троллейбустар сығарыу яйға һалына. 

Яндекс.Метрика