Бөгөн Өфөнән Салауат ҡалаһына 600 тонналыҡ йөк тейәгән махсус машина юлға сыҡты

Урындағы предприятие өсөн тәғәйенләнгән регенератор һәм махсус реакторҙың бейеклеге 10, киңлеге 9 метр. Уны үткәреү өсөн юлдарҙан тәпәш ҡоролмалар тулыһынса алынды. Салауатҡа тиклем машина өс аҙна барасаҡ. Уның тиҙлеге бик түбән. Стәрлетамаҡ-Салауат юлында ошо сәбәпле автомобиль тығындары барлыҡҡа килеүе ихтимал.



Яндекс.Метрика