Бөгөн Өфөнөң 102-се башҡорт гимназияһында спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды

Унда хоккей, баскетбол, волейбол, мини-футбол уйнау өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Бынан тыш, тренажерҙарҙа шөғөлләнергә мөмкин. Спорт комплексы бағыусылар иҫәбенә төҙөлгән. Инвестиция күләме 8 миллион һумдан ашыу.Кешеләр күберәк спорт менән шөғөлләнһен өсөн ҡала-ауылдарҙа төрлө майҙансыҡтар сафҡа инә. Был эш инвесторҙарһыҙ тормошҡа ашмай. Дим районындағы майҙансыҡты төҙөү ҙә бағыусылар ярҙамында башҡарылған. Спорт комплексы күп тәғәйенләнештәге итеп эшләнгән. Ҡырҡҡа һикһән метр майҙанда волейбол, баскетбол, мини-футбол уйнарға мөмкин. Ә ҡышын иһә хоккей менән шөғөлләнергә була.Спорт-һауыҡтырыу комплексында уҡыусыларҙан тыш, яҡын тирәлә йәшәүсе кешеләр ҙә шөғөлләнә ала. Шулай уҡ, Дим районының башҡа мәктәптәренән дә уҡыусылар киләсәк. Майҙансыҡ ҡойма менән уратып алынған. Бынан тыш, кейем алыштырыу, спорт инвентары һаҡлау өсөн бүлмәләр булдырылған. Шулай уҡ, балаларҙы һаҡлау өсөн именлек саралары күрелгән.Спорт-һауыҡтырыу-комплексында тәүлек әйләнәһенә спорт менән шөғөлләнергә мөмкин. Төҙөүселәр бында электр лампалары ҡуйған. Комплекс йыл дауамында эшләйәсәк, уҡыусылар яҙын-көҙөн тайып йығылмаһын өсөн махсус япма йәйгәндәр. Өфөнөң Дим районында был алтынсы спорт майҙансығы. Ошондай спорт комплексттары тиҙҙән Орджоникидзе һәм Октябрь райондарында ла барлыҡҡа киләсәк. 

Яндекс.Метрика