Бөгөн Өфөнөң Баҡалы һәм Әй урамдары ялғанышында 4 машина ҡатнашлығында авария теркәлде

Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында авария сәбәптәрен асыҡлау эштәре бара. Шаһиттар билдәләүенсә, Ауди автомобиле юғары тиҙлектә юлдың ҡаршы һыҙатына килеп сыҡҡан. Әй һәм Баҡалы урамдары киҫелешендәге был авария баш ҡаланың үҙәк өлөшөнән Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһенә барыусы юлдағы автомобиль хәрәкәтен ҡатмарлаштырҙы. Еңел машиналар ваҡиға урынын урап үтә алһа, троллейбустар рейстары бер нисә сәғәткә тиклем туҡтатылды.  Фажиғә шаһиттары бөгөнгө аварияла Ауди Ку ете водителен ғәйепле тип иҫәпләй. Сит ил автомобиле ҡаршы яҡ юлға килеп сығып, лифан маркалы машинаға барып төкөй. Бәрелешеү шул тиклем көслө була. Аудиҙың алғы тәгәрмәстәренең береһе күсәренән сығып оса. Машина иһә юл ситендәге ҡоролмаларҙы ла өҙә.  Бөгөнгө аварияла дүрт машинаның өсөһө ныҡ зыян күргән. Лифанды  һәм Ауди автомобилдәрен тергеҙеү мөмкин түгел. Ваҡиға урынында махсус төркөм дә эшләй. Белгестәр ғәйепле водителде асыҡларға бурыслы. Авария ҡорбанының ҡатын кеше икәнлеге лә билдәле. Лифан салонындағы ҡыҙ баланы һәм Аудди водителе дауаханаға оҙатылған. 

Яндекс.Метрика