Бөгөн республика парламенты президиумы Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙың киләһе ултырышы көн тәртибен раҫланы

1 сентябрҙән Башҡортостанда алкоголле энергетик эсемлектәрҙе ваҡлап һатыу тулыһынса тыйыласаҡ. Дүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың каникул алдынан һуңғы ултырышында ошо туралағы закон проекты ҡараласаҡ. Депутаттар билдәләүенсә, был эсемлектәрҙең составында  ағыулы матдәләр бар һәм спирты түбән булыуы ғына йәштәрҙе насар ғәҙәттән ҡотҡара алмай. Энергетик эсемлектәрҙе Рәсәйҙең 18 төбәгендә уны һатыу бөтөләй тыйылған.  Ултырышта шулай уҡ социаль мәсьәләләр ҙә ситтә ҡалманы.  

Яндекс.Метрика