Дарим автомобиль к 90-летию «Радио России Башкортостан» - 1243930367 | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәй халҡы Баренц диңгеҙендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә ала

Теүәл 15  йыл элек “Курск” атом һыу аҫты кәмәһе аварияһы һөҙөмтәһендә 118 хәрбиҙең ғүмере өҙөлдө. Фажиғә ҡорбандары араһында Башҡортостан диңгеҙселәре лә бар ине.  Бөгөн Өфөлә ошо шартлауҙа һәләк булыусыларҙы иҫкә алалар. 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Билдәле замандашыбыҙ, күп яҡлы шәхес | ГТРК «Башкортостан»

Билдәле замандашыбыҙ, күп яҡлы шәхес

 ғалим, профессор, йәмәғәт һәм фән эшмәкәре, педагогия фәндәре докторы Эдуард Хәмитов бөгөн үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Эдуард Шәйхулла Башҡорт дәүләт педагогия университетының ректор кәңәшсеһе вазифаһын башҡарып килә. Әйткәндәй, тап уның етәкелеге...

22 сентября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре - 22.09 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре - 22.09

Рәсәйҙә шартлатҡыс һалыныуы тураһында ялған шылтыратыуҙар дауам итә. Мәскәүҙә ашығыс рәүештә “Яндекс” компанияһы офисынан хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуацияларға тура килде. Бинанан 3 мең кешеимен урынға сығарылған. Америка Төнъяҡ Кореяға ҡарата яңы санкциялар индерә. Был турала Дональд Трамп төньяҡ Корея...

22 сентября 2017
Смотреть видео Ишембай районы дауаханаға, магазиндарға йөрөй алмай интегә | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай районы дауаханаға, магазиндарға йөрөй алмай интегә

Ишембай районы халҡы автобус булмау сәбәпле дауаханаға, магазиндарға йөрөй алмай интегә. Йөклө ҡатындар аҙна һайын тиерлек ҡала поликлиникаһында анализ тапшырыу өсөн такси саҡыртырға мәжбүр. Ни өсөн “Башавтотранс” йәмәғәт транспортының хәрәкәт итеү теҙмәһе ҡапыл үҙгәрҙе? Сентябрь айы башында ғына...

22 сентября 2017
Өфөлә таушалған йорттарҙа йәшәүселәргә яңы торлаҡ биреүгә бәйле янъял ҡубырға тора | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә таушалған йорттарҙа йәшәүселәргә яңы торлаҡ биреүгә бәйле янъял ҡубырға тора

Мутлашыу ысулы ябай. Башҡаланың Коммунистик урамында йәшәгән ғаиләгә үҙәктән фатир бирәләр. Ошо турала Рәсәйҙең торлаҡ-коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороу фондына хисап ебәрелә. Ысынында, иһә, ғаиләгә үҙәктә түгел, ә Шаҡшаның ситендәге йорттан бүлмә  тапшырыла.  Йәшәргә яраҡһыҙ тип...

22 сентября 2017
Смотреть видео Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндереү | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндереү

Республика хөкүмәте ҡушыуы буйынса Өфөлә эштәре 2019 йылда-Республиканың 100 йыллығын байрам итеүгә тамамланырға тейеш. Әле объекттың икенсе сиратында-“Юность” спорт комплексынан дуҫлыҡ Монументына тиклемге өлөшөндә эш ҡайнай. Уның хаҡы 2 миллиард 500 миллион һумға баһалана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,...

21 сентября 2017
Смотреть видео Быйыл ҡыш нисек буласаҡ?  | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл ҡыш нисек буласаҡ?

Синоптиктарҙың яҡынса күҙаллауҙарына ҡарағанда, Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында һәм Урал федераль округында ҡыштың тәүге яртыһы былтырғыға ҡарағанда ла йылыраҡ буласаҡ. Башҡортостанда октябрҙә температураның норманан 2 ярым градусҡа юғары, ноябрҙә иһә 5 градусҡа һалҡыныраҡ булыуы көтөлә....

21 сентября 2017
Смотреть видео Ҡала хужалығының ҡышҡылыҡҡа әҙерлек паспортына ҡул ҡуйылды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡала хужалығының ҡышҡылыҡҡа әҙерлек паспортына ҡул ҡуйылды

Был ресурс менән тәьмин итеү предприятиелары йәшәйеште тәьмин итеү системаларын ремонтлау буйынса эште тамамланы тигәнде аңлата. “Өфөнөң инженер селтәре” ойошмаһы 5 саҡырымда 17 участкала йылылыҡ торбаларын алмаштырған.  Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләренә ярашлы, уртаса һауа...

21 сентября 2017
Смотреть видео Бөгөн Өфөлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ҡырҡ бишенсе ултырышы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Өфөлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ҡырҡ бишенсе ултырышы үтте

Унда утыҙҙан ашыу закон проекты ҡаралды. Улар араһында республика ҡаҙнаһына ҡағылышлылары ла бар ине. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Башҡортостандың 2017 йылға һәм 2018-2019 йылдарға Башҡортостан бюджеты тураһында”ғы закон проекттарын ҡараны. Киләһе йылдарҙа үҙгәрештәр көтөлмәй,  быйылғы...

21 сентября 2017
Смотреть видео Өфөлә бура тейәгән машинаһының китеп барғанда артҡы тәгәрмәсе ысҡынған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә бура тейәгән машинаһының китеп барғанда артҡы тәгәрмәсе ысҡынған

Ғәҙәттән тыш хәл Вологод урамында теркәлә. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, тиҙлек юғары булмағанлыҡтан йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Водитель тәгәрмәсе ысҡынғанын ваҡытында һиҙеп ҡала һәм машинаны туҡтата.

21 сентября 2017
Смотреть видео Үҙәк банк “Бинбанк”ты бөлгөнлөктән һаҡлап алып ҡаласаҡ  | ГТРК «Башкортостан»

Үҙәк банк “Бинбанк”ты бөлгөнлөктән һаҡлап алып ҡаласаҡ

“Бинбанк”ты бөлгөнлөктән һаҡлап алып ҡалыу өсөн иҡтисади һәм финанс яҡтан һауыҡтырыу тураһындағы хәбәр  кредит ойошмаһының Башҡортостандағы филиалдары эшмәкәрлегендә сағылыш тапманы. Банктың Өфөләге һигеҙ филиалы ла, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларындағы бүлексәләре лә ҡәҙимге...

21 сентября 2017
Смотреть видео Башҡортостан таланттарға бай төбәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан таланттарға бай төбәк

Кемдер техника эшләп халыҡты шаҡ ҡатыра, берәүҙәр яңы технологиялар уйлап таба, ә бәғзеләр ҡул эштәре менән кешеләрҙең һөйөүен яулай. Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе ҡул оҫтаһы Венера Ғизәтуллина ла тап шундайҙарҙың береһе. Ул төрлө материалдан матурлыҡ тыуҙыра. Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе Венера...

21 сентября 2017
Смотреть видео Муниципалитеттар инфраструктураһын үҫтереүгә граждандарҙы нисек йәлеп итергә?  | ГТРК «Башкортостан»

Муниципалитеттар инфраструктураһын үҫтереүгә граждандарҙы нисек йәлеп итергә?

Бөгөн Өфөлә БРИКС дәүләттәренең халыҡ-ара форумы асылды. Унда граждандарҙы муниципалитеттар инфраструктураһын үҫтереүгә йәлеп итеү мәсьәләһе ҡарала.

21 сентября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре - 21.09 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре - 21.09

Рәсәйҙең хәрби-космос көстәренең СУ-25 самолеттары Сүриәлә “Джабхат ан-Нусра” террорсылары позицияларын утҡа тотто. Рәсәйҙең ҡамауҙа ҡалған хәрби полицияһын азат итеү сиктәрендә үткәрелгән операция уңышлы тамамланды. Рәсәй хәрбиҙәренең барыһы ла иҫән-һау.  Мексикала  матәм көнө иғлан...

21 сентября 2017
Смотреть видео Бер блогер үҙенең иң тоғро дуҫы-эте тураһында видеоролик төшөргән | ГТРК «Башкортостан»

Бер блогер үҙенең иң тоғро дуҫы-эте тураһында видеоролик төшөргән

Уны ҡарағас һәр кем тәрән уйға ҡалырлыҡ. Сөнки был эттең белмәгән эше юҡ. Ул цирк артисыла, дайверҙа, ҡотҡарыусыла. Скейтта ла оҫта итеп йөрөргә, хатта осорға һәм ике аяҡлап ҡаршылыҡтарҙы ла үтергә өйрәнгән. Кисен ул юрған ябынып йоҡларға кәрәклеген дә онотмай. Хужаһының бар командаларын теүәл...

20 сентября 2017
Смотреть видео Һауа торошо | ГТРК «Башкортостан»

Һауа торошо

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Әммә аҙнаның тәүге яртыһында температура норманан 2-4 градусҡа юғарыраҡ булыр тип көтөлә – көндөҙ һауа температураһы 24-27 градусҡаса йылынасаҡ. Арктик һауа...

20 сентября 2017
Смотреть видео Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү кимәле яҡшырасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү кимәле яҡшырасаҡ

Бөгөнгө көндә төбәктә 47 полигон бар. Әммә законһыҙ сүплектәр 2 меңдән ашыу. Урындағы коммуналь хеҙмәткәрҙәр нисек кенә тәртип урынлаштырырға тырышмаһын, сүп өйөмдәре яңынан барлыҡҡа килеп тора. Был хәл ҡалдыҡтар буйынса төбәк операторы килеү менән үҙгәрергә тейеш. Ә әлегә инде урындағы...

20 сентября 2017
Смотреть видео Дәүләт программалары нисек үтәлә? | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт программалары нисек үтәлә?

Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль яҡлау, төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь, ауыл, урман хужалыҡтары һәм эшҡыуарлыҡ тармаҡтары республиканың 27 дәүләт программаһына ярашлы үҫешә. Хөкүмәт ултырышында 2017 йылдың тәүге яртыһында ошо документтарҙың үтәлеш барышы тикшерелде. 173 миллиард һум...

20 сентября 2017
Смотреть видео Ҡырмыҫҡалы районындағы аварияла 2 кешенең ғүмере өҙөлдө | ГТРК «Башкортостан»

Ҡырмыҫҡалы районындағы аварияла 2 кешенең ғүмере өҙөлдө

Сахай ауылы янындағы фажиғәлә МАН йөк машинаһы водителе ғәйепләнә. Ул ҡаршы яҡ юлға килеп сығып, дүртенсе маркалы ВАЗ автомобиленә бәрелгән. Еңел машина водителе 51 йәшлек ҡатын фажиғә урынында йән бирә, салондағы пассажир дауаханала вафат була. Фаразлауҙар буйынса, фура водителе руль артында...

20 сентября 2017
Смотреть видео Бер блогер үҙенең иң тоғро дуҫы-эте тураһында видеоролик төшөргән | ГТРК «Башкортостан»

Бер блогер үҙенең иң тоғро дуҫы-эте тураһында видеоролик төшөргән

Уны ҡарағас һәр кем тәрән уйға ҡалырлыҡ. Сөнки был эттең белмәгән эше юҡ. Ул цирк артисыла, дайверҙа, ҡотҡарыусыла. Скейтта ла оҫта итеп йөрөргә, хатта осорға һәм ике аяҡлап ҡаршылыҡтарҙы ла үтергә өйрәнгән. Кисен ул юрған ябынып йоҡларға кәрәклеген дә онотмай. Хужаһының бар командаларын теүәл...

20 сентября 2017
Смотреть видео Башҡортостандың Ҡырымда үҙ шифаханаһы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың Ҡырымда үҙ шифаханаһы буласаҡ

Ҡырымдың Министрҙар Советы “Юбилейный” шифаханаһы милкен Башҡортостан ҡарамағына тапшырырға ҡарар итте. Төбәк хөкүмәте ҡабул иткән ҡарарҙа әйтелеүенсә, балалар шифаханаһын 31 декабргә тиклем Башҡортостандың дәүләт милкенә тапшырыу тамамланырға тейеш. Шулай итеп, 2004 йылда төҙөкләндерелгән ике һәм...

20 сентября 2017
Смотреть видео Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводында һыйырҙарға махсус датчик ҡуя башлағандар.  | ГТРК «Башкортостан»

Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводында һыйырҙарға махсус датчик ҡуя башлағандар.

Дүртөйлө районында Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводында һыйырҙарға махсус датчик ҡуя башлағандар. Ул малҡайҙарҙың сирен, яһалма ҡасырыу ваҡытын асыҡларға ярҙам итә. Хужалыҡ белгестәре һыйырҙарҙың быҙауға ҡалғанмы икәнен дә билдәләй ала. Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы совет осоронан бирле...

20 сентября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре – 20.09.17 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре – 20.09.17

Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров Америка дәүләт секретары Рекс Тиллерсон менән осрашҡандан һуң Мәскәү Вашингтондың “Урта һәм яҡын арауыҡҡа осҡан ракеталарҙы юҡ итеү тураһындағы” килешеүҙе үтәүендә шикләнә тип белдерҙе. Әйткәндәй, Американың да Рәсәйгә был йәһәттән дәғүәләре бар. Киләсәктә...

20 сентября 2017
Смотреть видео Өфөлә үҫмерҙәр автомәктәбе асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә үҫмерҙәр автомәктәбе асылды

Автомәктәп республикала тәүгеһе. Хәҙер уҡыусыларға мәктәпте тамамлағанда белем алыу тураһындағы таныҡлыҡ менән бергә водитель таныҡлығын ла бирелә. Киләһе йылдан башлап, бындай мәктәптәрҙе ҡаланың һәр районында асыу, артабан тәжрибәне республиканың ҙур ҡалаларына һәм районындарына таратыу ҡарала....

20 сентября 2017
Смотреть видео Ғафури районында 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙарына һәйкәл асыла. «Мәргән уҡсы» | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙарына һәйкәл асыла. «Мәргән уҡсы»

Ғафури районының Красноусол ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышының баһадир яугирҙарына, «Төньяҡ амурҙарға» арналған һәйкәл асыу һәм 1812 йылғы Ватан һуғышының 205 йыллығы хөрмәтенә ғәҙәти уҡтан атыу буйынса турнир ойошторола.Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Рәсәй хәрби-тарихи...

19 сентября 2017
Смотреть видео Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ижад миҙгелен аса | ГТРК «Башкортостан»

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ижад миҙгелен аса

Быйыл коллектив бер нисә яңы бейеү әҙерләй. Мәҫәлән, билдәле хореографтар Рәйес Низаметдинов Октябрь революцияһының 100 йыллығына “Муса Мортазин” тигән бейеүҙе, Риф Ғәбитов Ғәйнә ырыуы башҡорттарының бейеүен ҡуя. Ә “Ҡаҙан” бейеү ансамбле балетмейстеры Марат Кәримов татарса бейеү сәхнәләштерә. Әле,...

19 сентября 2017
Смотреть видео Быйыл Театр төнөндә Өфө халҡына үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирелә | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Театр төнөндә Өфө халҡына үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирелә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры профессиональ артистар менән бер сәхнәлә сығыш яһарға теләүселәр өсөн кастинг иғлан итте. Төп театры сәхнәһендә мауыҡтырғыс шоу үтәсәк. Кастингты үткән өфөләр тамашала ҡатнаша һәм «Халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемде яулай ала. Йыйылған...

19 сентября 2017
Смотреть видео Бөгөн республикала «Театр төнө» уҙа | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн республикала «Театр төнө» уҙа

Яңы ижад миҙгеле алдынан матур йолаға әүерелгән осрашыу был юлы ла мәҙәни сараларға бай булмаҡсы. Тамашасылар өсөн театрлаштырылған тамашалар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Кескәй театр һөйөүселәрҙе әкиәттәр һәм анимация программалары көтә. Театр төнөнә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай һәм Туймазы...

19 сентября 2017
Смотреть видео Етем студенттарға пенсия алыу өсөн уҡыу йортонан белешмә килтерергә кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Етем студенттарға пенсия алыу өсөн уҡыу йортонан белешмә килтерергә кәрәк

Рәсәй пенсия фондының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был социаль түләүгә юғары һәм урта белем биреү учреждениеларында бюджет нигеҙендә уҡып йөрөгән етем студенттар иҫәп тота ала. Атаһы йәки әсәһен юғалтҡандарға социаль түләүҙәр 18 йәшкә тиклем тәғәйенләнә. Уҡырға инеүселәргә...

19 сентября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре  | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

2014 йылда Одессаның Грек майҙанында тәртипһеҙлектәр ойоштороуҙа ғәйепләнеүселәрҙе аҡлағас, милләтселәр хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән һуғышҡан. Радикалдар полицияға ҡаршы газ һәм һәм ут һүндереү баллондары ҡулланып суд бинаһына үтеп инергә маташҡан.  Сүриә армияһы Дейр-эз-Зорра...

19 сентября 2017
Смотреть видео Башҡортостан балаларҙың кәм тигәндә 50  процентына вакцина яһарға әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан балаларҙың кәм тигәндә 50 процентына вакцина яһарға әҙер

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 2017-2018 йылдарҙа грипптың ниндәй төрө тараласағын иғлан итте. Быйыл вирустың яңы штаммы көтөлә. Ғалимдар уға “мичиган” тигән исем биргән.  Эпидемияны иҫкәртеү өсөн Башҡортостанда ашығыс саралар күрергә мәжбүр. Эпидемия йыл һайын миллиардтарса һумлыҡ зыян...

19 сентября 2017
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика