Бөгөн шағирә Кәтибә Кинйәбулатоваға 95 йәш тулған булыр ине

Кәтибә Кәрим ҡыҙы БАССР-ҙың Арғаяш кантонында, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуған. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай. СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курсында белем ала. Кәтибә Кинйәбулатованың тәүге китабы 1954 йылда сыға. Ул бер нисә повесть, шиғри йыйынтыҡтар, шулай балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр йыйынтыҡтары авторы. «Почет билдәһе» ордены менән наградланған, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 

Яндекс.Метрика