Бөгөндән Өфөлә балалар баҡсаһына түләү хаҡы арта

Быға тиклем бер бала өсөн ғаилә айына 1 мең 892 һум түләһә, хәҙер 2 мең 72 һум түләргә тура киләсәк. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быға тиклем көндәлек туҡланыу 75 һум булһа, быйыл ул 110 һум, шулай уҡ учреждениеның көнкүреш-хужалыҡ тауарҙарына киткән сығымдары ла артҡан. 1 айға иҫәпләгәндә түләү 180 һумға күтәрелгән. Льготалы төркөмгә ҡараған ғаиләләр өсөн 50 процентлыҡ ташлама ҡаралған. 

Яндекс.Метрика