Бөрө ҡалаһынан йыраҡ түгел Ниссан теана автомобиле Газель микроавтобусына бәрелгән

Шаһиттар әйтеүенсә, юғары тиҙлектә барыусы еңел автомобиль ҡаршы яҡ юлға сығып Газель аҫтына инеп китә һуңынан кюветҡа оса. Һәләк булыусылар юҡ. Әммә яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике ҡыҙыҡай йәрәхәттәр алған. Әле авария сәбәптәрен юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшерә.

Үткән ял көндәрендә республика юлдарында 3 кеше һәләк булған, 31 кеше төрлө йәрәхәттәр алып дауаханаға һалынған. 

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Стәрлебаш юлынан юғары тиҙлектә барыусы автомобиль ҡаршы юҡ юлға килеп сыҡҡан. Тәүҙә ул бер машинаға төкөлө, ә һуңынан сфетофорға килеп бәрелә. Бер-нисә секунд тигәндә полиция хеҙмәткәрҙәре лә килеп етә.

Яндекс.Метрика