Бөрө районында браконьерҙар ҡулға алынды

Уларҙан ҡорал тартып алынған, машина багажнигында болан ите табылған. Ҡулға алыныусылар хайуанды атыуға уларҙың бер ҡыҫылышы ла юҡлығын раҫларға тырышҡан. Йәнәһе улар болан итен урманда тапҡан. Быны хәҙер тәфтишселәр тикшерәсәк. Матди зыян күләме лә асыҡлана. Боланға лицензияһыҙ һунар өсөн енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.



Последние новости