Бөрйәндәр ярҙам һорай

Янғындың ялы-ҡойроғо юҡ, тиҙәр. Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында янғындан дүрт ғаиләнең тотош йорт-ҡуралары, ғүмер  буйы йыйған мөлкәттәре бер-нисә сәғәт эсендә көлгә әйләнде. Әле 14 кеше, шул иҫәптән 4 бала урамда тороп ҡалған. Улар миһырбанлы һәм оло йөрәкле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында янғын арҡаһында торлаҡһыҙ ҡалған ғаиләләрҙе борсоған һорау бер: артабан ҡайҙа йәшәргә. Гүзәл Бурановаға өй-ҡаралтыһына ут ҡапҡанын телефон аша хәбәр итәләр. Хужалар ҡайтыуына йорттары, ике мунса, һарай, утынлыҡ, бөтә мөлкәте янып көл-күмергә әйләнә. Ауырып өйҙә ҡалған улдары ҙур техниканы ғына ҡотҡарып өлгөргән. Бер юлы дүрт ғаиләнең хужалыҡтарын юҡҡа сығарған янғын Юлдашевтарҙың мунсаһынан башлана. Утты ваҡытында күрһәләр ҙә, янғынды һүндереп булмай, ул көслө ел иҫеүе арҡаһында яҡын урынлашҡан төҙөлөштәргә тиҙ тарала.Янғындың нимәнән сығыуы әле билдәһеҙ, әммә яҡынма мәғлүмәттәр буйынса уның электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышынан сыҡҡан булыуы ихтимал. Урындағы халыҡтың тырышлығы, ваҡытында килеп еткән янғын һүндереүселәр утты бер-нисә сәғәт эсендә һүндерә, уның артабан таралыуына юл ҡуймай. Кире осраҡта бөтә ауыл янып бөтөр ине, ти Иҫке Монасиптар. Һәләк булыусылар һәм яраланыусылар юҡ. Әммә дүрт йорт та тулыһынса янып бөтә, кире тергеҙерлек түгел. Янғындан матди зыян 8 миллион һум самаһы.Янғын урынын таҙартыу өсөн ауыл халҡының көсө менән өмә ойошторолдо. Район үҙәгенән техника ебәрелгән. Олоһо ла, кесеһе лә ҡулынан килгәнсә изге эшкә ҡушылды. Урамда ҡалған күп балалы Лилиә һәм Тайфур Юлдашевтар, уларҙың ата-әсәһе Зөлфәр һәм Ғәйнисафа Юлдашевтар, Гүзәл һәм Мәрхәм Бурановтарҙың ғаиләләре -  йәмғеһе 14 кеше, шул иҫәптән 4 бала ваҡытлыса туғандарында, күршеләрендә урынлашҡан. Уттан зыян күреүселәр өсөн районда көнкүреш кәрәк-яраҡтары һәм башҡа әйберҙәр йыйыу ойошторолған. Матди ярҙам күрһәтеү өсөн махсус иҫәп асылған. Изге эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Өлкән кешеләр ҡыйынһынһа ла, уларҙың яҙмышына вайымһыҙ булмаған  кешеләрҙең ярҙамын ҡабул итергә әҙер. Ҡазаға тарыусы хужалыҡтарға ярҙам маҡсатынан, урман хужалығы министрлығы 150-әр кубометр ағас бүләсәк. Ул яңы өйҙәр, һарай-мунса һалыу өсөн тотонола. Бөрйән районында йорт ҡаралтыһыҙ ҡалыусыларға һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ.Әлбиттә, бөгөнгө өмә менән генә фажиға эҙемтәләрен бөтөрөп булмай. Ғаиләләр күргән бәлә-ҡаза ҙур. Улар миһырбанлы һәм оло йөрәкле кешеләр ярҙамына мохтаж. Беҙҙең телекомпания ла был  изге саранан ситтә ҡалмаясаҡ. Бөгөндән алып Иҫке Монасип ауылында йорттары янып афәткә тарыусы ғаиләләргә ярҙам итергә теләүселәр кейем, һауыт-һаба, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын  Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы 9/1 адресы буйынса урынлашҡан телеүҙәккә килтерә ала. Шулай уҡ, бында матди ярҙам өсөн дә махсус ҡумта ултыртылды. Ярҙам итергә теләүселәр иртәнән телеүҙәккә килә башланы ла инде. Ил төкөрһә күл була тигәндәй, был изге эшкә берҙәм тотонһаҡ торлаҡһыҙ ҡалған ғаиләләр урамда ҡалмаясаҡ. 

Яндекс.Метрика