Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге ағзалары оло юлға әҙерләнәМөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең сикләнмәгән мөмкинлектәре

Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге ағзалары оло юлға әҙерләнә. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тауға үрләү, әлбиттә, бик ауыр. Әммә инвалидтар бирешергә уйламай. Республикала беренсе тапҡыр ойошторолған “Тарих” хәрби-патриотик форумының  төп ойоштороусылары тап улар — Өфө ҡалаһы Калинин районы инвалидтары йәмғиәте ағзалары. Ирәмәл тауының иң бейек нөктәһенә етеп ойошма вәкилдәре Рәсәй, Башҡортостан һәм йәмғиәттең флагтарын ҡаҙарға ниәтләй. Рәсәй флагы көнөнә, рус һәм башҡорт милләттәренең дуҫлығына арналған сара өсөн берҙәмлекте сағылдырыусы сығыштар ҙа әҙерләй. Улар Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәрен дә күрһәтергә теләй. Әммә был әҙерлектең бер өлөшө генә. Бейек тауға таяҡҡа таянып менеү – батырлыҡ, ә коляскала ултырған Лилиә Федорованың форумда ҡатнашырға йөрьәт итеүен  ҡаһарманлыҡҡа тиңләрлек. Ҡатын бер нисә йыл элек аяҡтарын юғалтҡан. Өс көн дауамында форумда ҡатнашыусылар уртаҡ мәсьәләрҙе тикшерәсәк. Ә кистәрен, әлбиттә, усаҡ янында йырҙар яңғыраясаҡ. Барыһы етмеш кеше ҡатнашасаҡ. Шуларҙың иллеһе Өфөнән булһа, ҡалған егермеһе Баймаҡ, Белорет, Учалы, Салауат райондарынан киләсәк. 

Яндекс.Метрика