БРИКС саммиты ваҡытында республика биләмәһендә берлектәге предприятиелар төҙөү тураһында бер-нисә мөһим белдереү яңғыраны

Һиндостан Башҡортостанда ашламалар етештереү буйынса завод төҙөргә ниәтләй. Тажикстан президенты Эмомали Рахмон да беҙҙең республика менән тығыҙ бәйләнештәр булдырмаҡсы. Был турала ул Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа белдерҙе. Башҡортостан ШОС һәм БРИКС дәүләттәре менән тауар әйләнешен ике тапҡырға арттырырға иҫәп тота. Әле республика донъяның  100-ҙән ашыу  дәүләте  менән  сауҙа  бәйләнештәре  урынлаштырған. Уҙған йылда 14 миллиард  долларлыҡ  тауар  һатылған  һәм  һатып  алынған.  Был  күрһәткестең  13 проценты  ғына  ШОС һәм  БРИКС  илдәренә  тура  килә.  Алдағы  ике-өс  йылда   хеҙмәттәшлекте киңәйтеп,  һандарҙы  ике  тапҡырға  арттырыу планлаштырыла.  



Последние новости