Буласаҡ инженерҙар бәләкәйҙән тәрбиәләнә

Техник һөнәрҙәргә һөйөүҙе юғары уҡыу йорттарының балалар техник майҙансыҡтарында тәрбиәләйәсәктәр. Тәүгеһе бер нисә йыл дауамында Башҡорт дәүләр педагогия университеты нигеҙендә эшләп килә. Ошо технопарк миҫалында башҡа юғары уҡыу йорттарында ла майҙансыҡтар булдырыласаҡ. Роботтар һәм космос менән бәйләнеш тотоусы микростанциялар төҙөү 6 йәшлек Тимур өсөн әле уйын ғына. Әммә уның хыялы ҙурайғас ошо уйҙарын ысынбарлыҡҡа ашырыу. Технопаркта балалар менән юғары уҡыу йорто уҡытыусылары шөғөлләнә.Улар балаларға робот һәм башҡа төрлө конструкторҙарҙы йыйырға ярҙам итеп кенә ҡалмай, роботтарҙы программалар менән у, инженер һөнәренең нигеҙе, конструкторҙарҙы төҙөүҙең нескәлектәрен дә аңлата. Ә 3Д күсермәләр бүлмәһендә балалар төрлө әйберҙәрҙе дөрөҫ күләмле итеп эшләргә өйрәнә. Әлбиттә, әле уларҙың эштәренең күбеһе заман йәнһүрәттәре геройҙары. Әммә араларында томошта ҡулланырға яраҡлыһы ла бар. Мәҫәлән, 3Д принтерҙа эшләнгән – картуфты ҙурлығына ҡарап бүлеүсе ҡорамал. Уның ярҙамында картуфты – ваҡ, уртаса һәм эрэләрен айырым һауыттарға тултырыу мөмкинлеге бар. Робототехника ғилми-методик үҙәге, 3Д күсермәләр эшләү бүлмәһе балалар технопаркының бер өлөшө генә. Бында балалар ғына түгел, теләгән һәр кем килеп лабораторияла тәжрибәләр үткәрә ала. Әммә юғары уҡыу йорто уҡытыусылары техник һөнәрҙәргә өҫтөнлөк биргән балалар менән шөғөлләнеүҙе, уларҙа инженерлыҡ һөнәренә һөйөү уятыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Башҡорт дәүләт педагогия университетының технопаркы әлегә беҙҙең төбәктәге бындай тәүге ойошма. Киләсәктә улар республикабыҙҙың башҡа юғары уҡыу йорттарында ла асыласаҡ. Мәҫәлән,  Өфө Дәүләт авиация-техник университетында студенттар өсөн лабораториялар эшләй ә балалар өсөн тәғәйенләнгәне тиҙҙән сафҡа индереләсәк. Уның төп йүнәлеше — Авиация сәнәғәте һәм роботтар төҙөү буласаҡ. Йәш быуында инженерлыҡ һөнәренә һөйөү, техник фәндәргә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүсе бындай майҙансыҡтарҙы киләһе йылдан башҡалабыҙҙың бөтә юғары уҡыу йорттарында ла асыу маҡсаты ҡуйылған.

Яндекс.Метрика