Бурыстар ҡайтарыласаҡ

Республиканың төнъяҡ-көнсығышында йәшәүселәр менән һөт ризыҡтары етештереүсе предприятие араһында аңлашылмаусанлыҡ барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары халҡына өс ай дауамында тапшырған һөт өсөн аҡса бирмәгән. Бурыс күләме тиҫтәләрсә миллион һумға баһалана. Аҡса булмағас ҡайһы бер ғаиләләр яңы уҡыу йылына балаларын да әҙерләй алмаған. Беҙҙең хәбәрселәр ошо турала видеоъяҙманы күрһәткәндән һуң Республиканың ауыл хужалығы министры предприятиелар менән һөт тапшырыусылар араһында аңлашылмаусанлыҡ бер-нисә көн эсендә бөтөрөләсәк һәм бурыстар ҡайтарыласаҡ, тип белдерҙе.

Яндекс.Метрика