Буш автобуста ни өсөн үҫмерҙәргә урын юҡ?

Ниндәй ҡағиҙә уҡыусыны урамда ташлап китергә рөхсәт бирә йәки кем мәктәпкә йәйәү барырға тейеш. Өфөгә яҡын ауылдарҙан йөрөп уҡырға мәжбүр балаларҙың һорауҙары күп. Өфө районы Мармылево ауылы балалары башҡаланың Дим районы мәктәптәрендә белем ала. Үҙҙәрендә уҡыу йорто юҡ. Иртәнге сәғәт һигеҙгә дәрескә барып етеү өсөн улар көн һайын таң һарыһынан ошо майҙансыҡта йыйылып мәктәп автобусын көтә. Тик һәр баланы ла рәхим итеп ҡаршыламай.Автобуста уҡыусыларҙы оҙатып йөрөүсе балаларҙы билдәле бер исемлеккә ярашлы ғына ултыртып ала. Ҡалғандар юлын үҙе хәстәрләргә мәжбүр.Балалар хәүефһеҙлеге, юл хәрәкәте именлеге кеүек дөрөҫ һүҙҙәр был осраҡта башҡа сағылыш таба. Автобус йөрөтөүселәр үҙ ҡағиҙәләренә тоғро. Балалар мотлаҡ ултырып йөрөргә, һәр кем хәүефһеҙлек ҡайышын тағырға, портфелдәр айырым урынға һалынырға тейеш – юл хәрәкәте быларҙы ҡәтғи талап итә.  Транспорт сараһы 22 баланы һыйҙыра.Ямғырмы, буранмы, һалҡынмы, ҡараңғымы – өлкән класс уҡыусыһы икәнһең мәктәпкә саҡрымлап йәйәү барырға тура килә. Ауылдарҙан Өфөгә йөрөп уҡырға мәжбүр балаларҙан бик иртә үҙалылыҡ талап ителә. Мәктәп автобусында 15 йәштән зурыраҡтар өсөн урын ҡаралмаған. Уҡытыусылар иһә балаларҙың хәлен яҡшы аңлай, уларҙың именлеге өсөн яуаплылыҡтан да ваз кисмәгән кеүектәр. Тик хәлгә үҙгәреш индереү юлын бурыс, тип танырға йөрьәт итмәйҙәр.Балаларҙың хәүефһеҙлеген уҡытыусылар менән бер рәттән ата-әсә лә хәстәрләһен ине, ти Дим район мәғариф идаралығы етәксеһе Ирек Усманов. Ул автобус көтмәй шәхси транспорт файҙаланыусыларҙы миҫалға килтерә. Мәғариф министрлығы мәсьәләне хәл иткәнсе үҫмерҙәр йә йәйәүләп, йә юл ыңғай машинаға ышанып белем һуҡмағын тапай. Уларҙың хәлен аңлар өсөн бары бер көн уҡыусы булып ҡарау етә. 



Последние новости

Яндекс.Метрика