Был аҙнала абитуриенттарҙан документтар ҡабул итеү тамамлана

 Ул ике этапта уҙғарыла. Тәүгеһендә вуздар бюджет урындарының 80 процентына, икенсеһендә ҡалған 20-нә абитуриенттарҙы ҡабул итергә тейеш. 27 июлдә юғары уҡыу йорттарының рәсми сайттарында һәм уларҙың мәғлүмәт стендтарында уҡырға инеүселәрҙең рейтингы урынлаштырыласаҡ. Быйыл бер яңылыҡ та бар. Абитуриенттарҙың шәхси ҡаҙаныштары уҡырға ингәндә балдарын арттырырға ярҙам итәсәк. Уҡырға инеүселәр үҙҙәренең портфолиоһын күрһәтергә тейеш. Дөйөм суммала был абитуриентҡа яҡынса ун балл өҫтәйәсәк. Йомғаҡлау иншаһы өсөн дә өҫтәмә балдар алырға мөмкин. Заман юғары белем биреү йорттарына ниндәй талаптар ҡуя,  хеҙмәт баҙарында ниндәй белгестәр талап ителә. Башҡорт дәүләт университетында абитуриенттарҙан ун туғыҙ менгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Инженер һәм тәбиғи – ғилми,  гуманитар факультеттар  араһында конкурс юғары. Бюджет урындарының ҡыҫҡарыуы ла күптәрҙе борсоуға һала. Шулай ҙа белемгә ынтылған йәштәрҙе был ҡурҡытмай.Быйыл республиканың төп юғары уҡыу йорто бюджет урындарына 1 мең 138, көндөҙгө бүлеккә -974, ситтән тороп уҡыу бүлегенә 164 кеше ҡабул итәсәк. Тағы ла  меңгә  яҡын абитуриентты Башҡорт дәүләт университетының филиалдарында көтәләр. Ҡабул итеү комиссияһында билдәләүҙәренсә, беренсе сиратта маҡсатлы йүнәлтмәһе  һәм льготалары булған абитуриенттарға өҫтөнлөк бирелә.Ҡыҙғанысҡа, иҡтисади  йүнәлештәрҙә бюджет урындары юҡ.  Ләкин был хәл уҡырға инергә теләүселәрҙе ҡурҡытмай. Юрист, иҡтисад һөнәре әүәлгесә хеҙмәт баҙарында иң талап ителгәндәрҙән һанала. 

Яндекс.Метрика