Был аҙнала Сибай ҡалаһы 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Байрам сиктәрендә төбәктә бик күп саралар уҙғарыла. Ошо көндәрҙә иң яҡшы ҡымыҙ етештереүсене асыҡлау буйынса мәртәбәле бәйге үтте. Беренсе тапҡыр ойошторолған конкурста республиканың Урал аръяғынан тиҫтәнән ашыу хужалыҡ ҡатнашты. Халҡыбыҙҙың милли эсемлеген данлаған, ҡымыҙ етештереүселәрҙең данын арттырған шифалы эсемлекте пропагандалаусы бәйге еңеүсеһе тип Баймаҡ районынан «Союз» хужалығы танылды. Ҡымыҙ байрамы Таусылар ҡалаһының күркәм юбилейына арналды. Ойоштороусылар сараның киләсәктә изге йолаға әйләнәсәгенә ҙур ышаныс белдерҙе. Төбәктә шулай уҡ ат сабыштары ла ҡыҙыу барҙы. Үҙ көсөн һынап ҡарарға, Силәбе һәм Ырымбур өлкәһе спортсылары ла килгәйне. Иң етеҙҙәргә ҡиммәтле бүләктәр, Рәхмәт хаттары тапшырылды.  



Последние новости

Яндекс.Метрика