Был аҙнала урман эшселәре һөнәри байрамын билдәләй

Һуңғы йылдарҙа тармаҡ ауырлыҡтар кисерә, ҡайһы бер райондарҙа предприятиелар ябылырға мәжбүр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, иҡтисади йәһәттән тотороҡло ойошмалар бар. Йылайыр урмансылығы базаһында эш ҡайнай. Кешеләр таҡта яра һәм төҙөлөш материалдары әҙерләй. Сөнки, тап улар ҙур иғтияж менән файҙалана. Йылайыр урмансылығы өй, мунса өсөн буралар әҙерләй. Ә иҫкереп, серей башлаған ағастан күмер эшләп һаталар. Продукцияның күбеһе сит өлкәләргә китә. Ҡоролоҡ арҡаһында Йылайыр биләмәһендә йыш ҡына янғын сығыу осраҡтары теркәлә. Быйыл уттан 5 урында урман зыян күргән. Янғын менән көрәшеү өсөн предприятиела махсус төркөм булдырылған. СНХ. Йылайыр районы. Ислам Игебаев. Урмансылыҡтың биләмәләр буйынса бүлек етәксеһе. Ойошма 90-сы йылдарҙа таланып-урланып бөткән техникаһын кире ҡайтарырға ирешкән. Бынан тыш яңыһын да һатып алалар. Предприятиела йөҙләгән кеше даими эшләй. Йәй осоронда иһә уларҙың һаны 200-гә етә. Хеҙмәт хаҡы ҡаланыҡынан айырылмай тиерлек, уртаса 16 мең һум, ҡайһы берҙәренең 20 меңгә лә барып баҫа. Йылайыр урмансылығында барлыҡ эш яйға һалынған. Мәҫәлән, ҡалдыҡтарҙы сығарып сүплеккә ташламаҫ өсөн эшкәртеү сараһы ҡаралған. Предприятие тотороҡло эшләп килә, ваҡытында хеҙмәт хаҡы ла түләнә. Әммә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Социаль йөкләмәләр тулыһынса үтәлгәс, кешеләр ҙә эшкә дәртләнеп сыға. Ә халыҡ ҡәнәғәт булғас, эшләү ҡеүәте лә арта ғына. Тимәк, бөтә ерҙә лә ысын хужа кәрәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика