Быйыл Башҡортостанда 700 меңдән ашыу кешенең сәләмәтлеге тикшереләсәк

Бының өсөн 93 учреждение һайлап алынған. Шулай уҡ 32  күсмә медицина бригадалары һәм 13 медицина комплекстары ла эшләйәсәк. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге этапта  диспансерлаштырыу үткән 320 мең кешенең 30 процентында йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокрин система ауырыуҙары асыҡланған.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 йәштән өлкән һәр кем диспасерлаштырыу үтергә тейеш. 

Яндекс.Метрика