Быйыл башҡортостанда беренсе сентябрь алдынан өс мәктәп сафҡа тапшырыласаҡ

Ә Сибай ҡалаһындағы Алтын ҡасабаһында оҙаҡламай яңы балалар баҡсаһы эш башларға тейеш.  
 
115 урынлыҡ мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеһын асыу тантанаһын 22-се августҡа билдәләгәндәр. Башҡортостан өсөн август айы шулай уҡ уҡытыусыларҙың кәңәшмәһе менән дә мөһим. Быйылғы форум көнө итеп егерменсе август, ә сараны уҙғарыу  урыны итеп  Нефтекама һайланды. Мәғариф министры Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, был юлы көн тәртиенә сығарыласаҡ һорау белем биреү даирәһен камиллаштырыуға бәйле.  

 

Яндекс.Метрика