Чесноковкала балалар баҡсаһы асылды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы тулыһынса үтәлә, 2016-сы йыл башына һәр бала мәктәпкәсә белем алыу мөмкинлегенә эйә. Республикала бының өсөн бөтә мөмкинлектәр файҙаланыла. Бөгөн Өфө районында балалар баҡсалары асылды. Шуларҙың береһе бюджет иҫәбендәге, икенсеһе – шәхси учреждение булыуына ҡарамаҫтан, бер үк бурысты үтәй.Чесноковкаға бер нисә йыл элек күсенгән Йомағоловтарға элек балаларын иртә уятып Өфө балалар баҡсаһына йөрөтөргә тура килгән. Улдары хәҙер мәктәп уҡыусыһы, ә бәләкәй Әлиә ошо өр-яңы баҡсаға йөрөй.Яңы баҡса заман талаптарының барыһына ла яуап бирә — киң, яҡты бүлмәләр, йыһаздар, уңайлы шарттар, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тейешле ҡоролмалар. Чесноковкала әлегәсә бер генә балалар баҡсаһы булһа, хәҙер уларҙың һаны өсәүгә етте. Тик шәхси менән дәүләт араһында ата-әсәләр икенсеһенә өҫтөнлөк бирә. Тәрбиәсе лә әсә лә Лена Әхмәҙуллина бының сәбәбен түләү хаҡы менән аңлата. Шарттар иһә икеһендә лә өлгөлө.Балалар ҡәнәғәт, — сағыу уйынсыҡтар, шаян уйындар, күңелле йыр-бейеүҙәр, мөләйем тәрбиәселәр, тәмле аштар – эскерһеҙ баласаҡ илендә шулай булырға тейеш тә. Өлкәндәр иһә уларға бәхет бүләк итер өсөн бар тырышлығын һала. Ауыл үҫешә, яңы төҙөлгән йорттарға яңы ғаиләләр күсә, йәш балалар тыуа. Чесноковка ата-әсәләре бөгөн яңы өмөттәр менән йәшәй. Ауылға йәнә бер мәктәп кәрәк. 



Последние новости

Яндекс.Метрика