Депутаттарҙы юлдарҙағы хәл борсоуға һала

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың көҙгө сессиялағы тәүге ултырышында депутаттар республика юлдарындағы хәл менән танышырға ниәтләй.Юлдарҙағы хәл борсоуға һала. Беҙ күрһәткестәрҙе яҡшыртыу мөмкинлектәрен өйрәнәсәкбеҙ. Һуңғы мөғлүмәттәргә ҡарағанда, балалар ҡатнашлығындағы һәм иҫерек водителдәр ғәйебе менән юл транспорт фажиғәләре артҡан, тигән республика парламенты рәйесе Константин Толкачев. Үткән алты айҙа аварияларҙа 11 бала һәләк булған, 179-ы йәрәхәтләнгән.  Руль артына иҫерек килеш ултырыусы водителдәр ғәйебе менән 24 кешенең ғүмере өҙөлгән. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеүә йүнәлтелгән хоҡуҡи акттар ҡабул итеүе ихтимал. 

Яндекс.Метрика