Депуттатары төбәктә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы көйләү тураһында ҡанунға үҙгәрештәр индерҙе

1 сентябрҙән республиканың сауҙа нөктәләрендә әҙ алкоголле тонусты күтәреүсе эсемлектәрҙе берәмләп һатыу тыйылһа ла, күп кенә магазиндарҙа бындай закон барлығын әлегә белмәйҙәр.  

Бәлки белергә лә теләмәйҙәрҙер. Составында 9% шәкәр, 1-9% спирт һәм кофеин булған эсемлектәр кәштәләрҙән алынырға тейеш. Әммә хәйләкәр етештереүселәр законды урап үтеү юлын тапҡан да инде. 

Закон 1 сентябрҙән ғәмәлгә ашырыла башлаһа ла, магазин кәштәләре алкоголле тонусты күтәреүсе эсемлектәргә тулып ултыра. Әммә тышынан күренеүенсә, исемен һәм составын үҙгәртеп,  уны ирекле рәүештә һаталар. 

Элекке “энергетиктар” хәҙер инде “хуш еҫле шарап эсемлегенә” әүерелгән. Исемен алыштырыу уның есемен үҙгәртмәй. Шуға ла тәү ҡарамаҡҡа тәмле һәм зыянһыҙ күренгән эсемлектең һаулыҡҡа зарарлы һәм ғүмергә ҙур ҡурҡыныс менән янағанын йәштәр онотмаһын ине. Был эсемлек составында йәнәһе көстө арттырыусы, тонусты күтәреүсе матдәләр: кофеин, алкоголь, шәкәр һәм төрлө тәм биреүсе ҡатнашмалар бар. Эсемлектәге этил спирты төрлө сит тәмдәр менән ҡатнаштырыла һәм углекислоталы газ өҫтәлә. Ошонан сығып, йәштәрҙә был эсемлек, ябай газлы һыуҙан артыҡ бер нимәһе менән дә айырылмай, тигән яңылыш фекер тыуҙыра.  

Бындай коктейлдәрҙә алкоголь күләме 5-тән 12 процентҡа тиклем барып етә. Икенсе төрлө әйткәндә, йәштәрҙең яратып эскән «джин-тонигы” 0,70 л һыраға, йә иһә 50-80 грамм араҡыға тиң була. 

Ҡайһы ваҡытта йәштәрҙең бер эскәндә 4-5 банканы бушатыуын һәм быны көн һайын ҡабатлап тороуын иҫәпкә алһаң, ҡурҡыныс һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал. 

Үҫмерҙәргә алкоголгә ҡарата башта психик, тора-бара физик бәйлелек барлыҡҡа килә. Коктейлдәге алкоголь берҙән-бер генә зарарлы фактор түгел. «Дәртләндереүсе” эсемлектәге химик ҡатнашмалар ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуына килтерә, бөйөр менән бауыр ҙа зыян күрмәй ҡалмай.

 

Яндекс.Метрика