Десантсылар автосәйәхәткә сыҡты

Һауа десанты ғәскәрҙәренең 85 йыллығы уңайынан Өфөнән республика төбәктәре буйлап автомобилдәр колоннаһы ҡуҙғалды. Һауа десанты һәм махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы республиканың хәрби хеҙмәткә әҙерлек үҙәге менән берлектә 11-се йыл рәттән ойошторған сара быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналды. Десантсылар Омскиҙа казарма емерелеүе һөҙөмтәһендә һәләк булған һалдаттарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды. Артабан автомобиль йөрөшөндә ҡатнашыусылар башҡаланан 3 йүнәлештә  – төнъяҡ, көньяҡ-көнсығыш һәм көнбайышҡа юл алды. Июлдең 21-нән 25-нә тиклем улар төрлө ҡала һәм райондарҙа хеҙмәттәштәре менән осрашып, һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән күрешәсәк. Автойөрөш Башҡортостан десантсыларының йолаһына әүерелгән. Йылдан-йыл  сәфәрҙә ҡатнашырға теләүселәр арта бара.  

Яндекс.Метрика