Десантсылар көнөндә етди тәртип боҙоуҙар теркәлмәгән

Байрам сараларының төп өлөшө Өфөлә Затон биҫтәһенең «Забельский» аэродромында дауам итте. Ҡунаҡтар өсөн театрлаштырылған тамаша, Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге отрядының, спортсы-парашютсыларҙың күрһәтмә сығыштары, шулай уҡ Һауа десанты ғәскәрҙәре ветерандарының ижади коллективтары концерты күрһәтелде.  Республикала бөгөнгө көндә 15 меңгә яҡын Һауа десанты ғәскәрҙәре ветераны иҫәпләнә. 

Яндекс.Метрика