Дизель яғыулығын урлаусылар хөкөм ҡарарын көтә

Өфөлә нефть үткәргестән дизель яғыулығы урлаусыларға ҡарата енәйәт эшен тикшереү тамамланып судҡа тапшырылды. 2014-се йылда Орджоникидзе районында  йәшәүсе бер ир ер аҫтынан үтеүсе торбаны тишеп 53 тонна дизель яғыулығы урлай. Һуңынан яғыулыҡ автоцистерналарға тултырылып һатыла. Бурҙан ошондай юл менән 1 миллион 500 мең һум аҡса эшләй. Енәйәтсел бизнесты ойоштороусыға өс статья буйынса ғәйепләү белдерелгән. Уның өс ярҙамсыһы ла тейешле язаһын аласаҡ.

Яндекс.Метрика