Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа бөгөн “Асыҡ ишектәр” көнө үтте

Ул Республика көнөнә һәм Ҡоролтайҙың 20 йыллыҡ юбилейына арналды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев сығышында барыһын да етеп килгән байрамдар менән ҡотланы һәм халыҡ өсөн парламент ишектәренең һәр ваҡыт асыҡ булыуын белдерҙе, ҡануниәт системаһын көйләүҙә йәмәғәт ойошмаһы етәкселәрен әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.Йәмәғәт эшендә ҡаҙаныштарға өлгәшеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.  Ҡоролтайҙың барлыҡҡа килеү тарихына арналған фильм ҡарағандан һуң йәмәғәт ойошмалары рәйестәре Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай советы ағзалары менән айырым осрашты һәм эшмәкәрлекте яҡшыртыу мәсьәләләрен күтәрҙе,  борсоған һорауҙарын бирҙе һәм тәҡдимдәрен индерҙе.



Яндекс.Метрика