Дүрт районда тағы ла ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Ашығыс саралар күреү тураһындағы күрһәтмәгә Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов бөгөн ҡул ҡуйҙы. Төп сәбәп — Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбуллала ҡара сиңерткә арҡаһында сәсеүлектәрҙең юҡҡа сығыуы. Айырым ҡағиҙәләр егерме беренсе августҡа тиклем үҙ көсөндә ҡала. Хәҙер ауыл хужалығы министрлығы федераль ведомстволарҙа зыян өсөн компенсация юллау тураһындағы документтар әҙерләргә тейеш. 

Яндекс.Метрика