Дүртенсе эшсе һәләк булды

Республика буйынса эске эштәр министрлығы Өфөнөң Затон биҫтәһендәге күп ҡатлы йортта булған фажиғә сәбәптәрен иғлан итте.Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, хәрәкәт иткән ваҡытта бер механизм сафтан сыға һәм күтәргес бер яҡҡа түңкәрелә. Һөҙөмтәлә һигеҙенсе ҡат кимәленән өс эшсе ҡолап һәләк булды. Бер кеше ауыр хәлдә реанимацияла ята. Күтәргестәге бишенсе эшсе тәҙрәгә һикереп өлгөрә.Һәм әле генә хеҙмәт инспекцияһынан реанимацияла ятҡан 4-се эшсенең һәләк булыуы тураһында хәбәр иттеләр

Яндекс.Метрика