Еңеү паркында тағы ла бер иҫтәлекле урын – хәрби техника аллеяһы асылды

Унда ҡала хакимиәте вәкилдәре, саҡырылған ҡунаҡтар,һуғыш һәм тыл ветерандары,  хәрбиҙәр, кадеттар ҡатнашты. Ҡала хакимиәте Еңеү паркын төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү йәһәтенән күп көс һала. Бындда хәҙер акация ла, гвоздика ла бар. Сәскә түгел, Халыҡ телендә сәскәле артиллерия машиналары булараҡ билдәле 122 һәм 152 мм калибрлы үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмалары. Әлегә аллеяла 11 хәрби техника урынлаштырылған, киләсәктә уны 52 берәмеккә еткерергә тигән ниәт тә бар. Яңы аллеяла бронялы пехота машиналары, зенит ҡоролмаһы, бронетранспортер ҙа урын алған. Данлы тарихы булған техника аллея ысын мәғәнәһендә ҡаланың тарихи урынына әйләнәсәгенә шик юҡ. Ә башҡала халҡына хәрби техника аллеяһына ҡуйылған экспонаттарға һаҡсыл булырға кәрәк. Үткән быуаттың 70-80 йылдарында сығарылған был хәрби техника өлгөләре әле лә хәрби көстәрҙә ҡулланыла.Күптәр был техниканы тәүге тапҡыр  күрә. БТР, БМП-лар менән бәләкәстәрҙән алып өлкән йәштәгеләргә тиклем – барыһы ла ҡыҙыҡһыныу менән танышты.Ике көндән Еңеү паркы, йәнә, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы үҙенә саҡыра.Бында  8 октябрь тыл хеҙмәтсәндәренә арналған һәйкәлде асыу тантанаһы үтәсәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика