Ер шарында йөрәк көнө билдәләнә

Башҡортостанда ғына 1 миллион тирәһе кеше йөрәк сиренән яфалана.  Республика  кардиоүҙәгендә йыл һайын 13 мең кешегә стационар ярҙам күрһәтелә, 80 меңенә консультация , 16 мең тирәһе кешегә операция һәм йөрәк-ҡан тамырҙарын тикшереү  үткәрелһә шуларҙың 1600 осрағында хирург ҡатнашлығы талап ителә.Ә быйыл республика кардиология үҙәгендә  аорта аневризмы осрағында гибрид операцияһы үткәрелә башланы. Бындай ысулды Рәсәйҙең биш төбәгендә генә ҡулланалар. Йөрәк көнөндә Өфөнөң  сәләмәтлек үҙәгендә һаулығына битараф булмағандар йөрәген тикшертә алды.  Йөрәк ауырыуҙарына ҡаршы көрәш – заман талабы, сөнки улар – иң йыш осраған ауырыуҙар рәтендә. Һуңғы йылдарҙа баш ҡалала ғына түгел ситтә ятҡан райондарҙа ла сирлеләрҙе ваҡытында билдәләү өсөн заман ысулдар ҡулланыла.  Август айында кардиоүҙәк табиптары Нефтекама ҡалаһынан килгән ауырыуға ашығыс операция эшләне. Асыҡ  хирургия һәм эндоскуляр ысул ярҙамында башҡарылған гидрид операцияһын Республика  кардиология үҙәгендә быйыл тәүгә эшләй башланылар. Аортаға ҡуйылған стенграфт йөрәккә тулы ҡеүәттә эшләргә мөмкинлек бирә. Уның менән кеше ғүмер буйы йәшәй ала, ти табиптар. 2015 йыл Рәсәй президенты тарафынан йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары менән көрәш йылы тип иғлан ителгәйне. Башҡортостан был йәһәттән юғары күрһәткестәргә ирешкән. Киләсәктә Кардиология үҙәгендә гибрид операцияһы үткәреү өсөн махсус бүлмә лә төҙөү күҙаллана. Әммә заманса технологиялар менән генә алға китеп булмай, иң ҙур ышаныс табиптарға, уларҙың оҫталығына.  Йөрәк сирҙәре юғары  ҡан баҫымынан, ҡанда холестирин менән глюкозаның күбәйеүенән, тәмәке тартыуҙан, һимереүҙән, аҙ хәрәкәтләнеүҙән барлыҡҡа килә. Атлау, йүгереү, велосипедта йөрөү кеүек ябай физик күнегеүҙәр йөрәк — ҡан тамыр системаһы ауырыуҙарын иҫкәртеүҙең иң отошло юлдары. Күңел тыныслығы ла сәләмәтлектең асылы икәнен оноторға ярамай. 



Яндекс.Метрика